

Бөгөн, 8 апрелдә, Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы 2025 йылда Башҡортостан Республикаһында граждандар йәмғиәтенең хәле тураһында йыллыҡ доклад буйынса матбуғат конференцияһы үткәрҙе. Докладта республиканың граждандар йәмғиәтенең ағымдағы тенденциялары, проблемалары һәм ҡаҙаныштары сағылдырылды. Матбуғат конференцияһын БР Йәмәғәт палатаһы аппараты етәксеһе Элина Ғатауллина алып барҙы. Сараны асып, ул барыһын да эшлекле һөйләшеүгә, йәнле аралашыуға саҡырҙы.
Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы бойомға ашырған эшмәкәрлектең төп йүнәлештәре йәмәғәт контроле, МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү, төбәк Башлығының йөкләмәләрен үтәүгә ҡайтып ҡала. БР Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ынйы Әхмәҙуллина ла сығышында тап ошо йүнәлештәрҙе айырып билдәләне. Йәмәғәт контроленә ярашлы, палата әүҙемселәре республиканың төрлө төбәктәрендәге 4 меңдән ашыу объектта булған. Шулай уҡ МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына, илдең яңы төбәктәрендә йәшәүселәргә ярҙам итеү өсөн коммерцияға ҡарамаған ойошмалар менән хәйриә эшмәкәрлеген координациялау буйынса ҙур һәм әһәмиәтле эштәр башҡарылған. Мәҫәлән, “Үҙебеҙҙекеләр өсөн тегәбеҙ һәм бәйләйбеҙ” ирекмәндәр хәрәкәте менән тығыҙ хеҙмәттәшлек булдырылған. Улар ҡатнашлығында кәрәкле көнкүреш әйберҙәре һәм экипировка эшләү буйынса даими оҫталыҡ дәрестәре ойошторолоп килә. “Беҙҙекеләр өсөн тегәбеҙ һәм бәйләйбеҙ. Башҡортостан” ирекмәндәр хәрәкәте республиканың бөтә 63 муниципалитетындағы бүлексәләрҙе берләштерҙе, тип билдәләне Йәмәғәт палатаһы рәйесе.
Әйткәндәй Ынйы Ревил ҡыҙы Әхмәҙуллина “Беренсе тирмә” төбәк проектының ирекмәне сифатында Луганск госпиталендә эшләп ҡайтҡан. Ул был хаҡта тулҡынланыу менән һөйләне, журналистарҙың һорауҙарына яуап биреп, тәрән кисерештәрен, тәьҫораттарын яңыртты.
Бөгөн, төбәктең барлыҡ ижтимағи берләшмәләре бөтә көстө еңеүҙе яҡынайтыуға йүнәлткән заманда, Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы халыҡ инициативаһы координаторы булараҡ сығыш яһай.
– Төп бурыс – республикала йәшәгән һәр кеше тарихи һынауға шәхсән бәйлелеген тойһон һәм уның хеҙмәте, уйҙары, ғәмәлдәре Еңеүҙе яҡынайтыу һәм илебеҙҙең киләсәге өсөн мөһим икәнлеген аңлаһын өсөн рухи һәм мәғәнәүи берҙәмлекте тәьмин итеү, - тип билдәләне сығышында Ынйы Әхмәҙуллина.
Башҡортостан Репсубликаһының Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фондының генераль директоры Люция Сәйфуллина 2025 йылда БР Башлығы гранттары конкурстарының йомғаҡтары менән таныштырҙы. Былтыр Фонд дүрт грант конкурсы үткәрәүгән, уларға 983 ғариза ҡабул ителгән һәм барлығы 155 проект ярҙам алыуға өлгәшкән.
– 64 ойошма тәүге тапҡыр фонд конкурстарында еңеүсе булды – был беҙҙең өсөн айырыуса мөһим. Шуларҙың 29-ы беренсе ынтылышта уҡ еңеү яуланы. Был күрһәткестәр республикала яңы лидерҙар барлыҡҡа килеүе, яңы идеялар хуплау табыуы хаҡында һөйләй. Ғәҙәттәгесә, муниципалитеттар араһында еңеүселәр һаны буйынса Өфө, Стәрлетамаҡ, Сибай, Нефтекама ҡалалары, Ғафури районы алдынғылар рәтендә булды, - тип билдәләне Люция Ҡәһим ҡыҙы.
Артабан БР Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, “Йәмәғәт проекттары ресурс үҙәге” эшсе төркөмө етәксеһе Артур Ғилманов коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың эшмәкәрлек йүнәлештәре, улар алдында торған яңы бурыстар һәм мөкинлектәр тураһында бәйән итте. БР Мәҙәниәт министрлығының Гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәге директоры Марат Мәрҙәнов Башҡортостанда дөйөм Рәсәй граждандар берҙәйлегенең торошо тураһында сығыш яһаны. Был йәһәттән илебеҙҙә иғлан ителгән Рәсәй халыҡтарының берҙәмлек йылы, республикала барған Ҙур һәм татыу ғаилә йылы сиктәрендәге сараларҙың әһәмиәте айырып билдәләнде. Марат Хәмитйән улы сығышында йәш быуынды дөрөҫ, йәғни традицион ҡиммәттәрҙә, илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә булышлыҡ иткән башланғыстарҙың бөгөн үтә мөһимлегенә баҫым яһаны.
БР Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Александр Кобыскан власть менән халыҡ араһында ышаныслы бәйләнеште тәьмин итеү, был йәһәттән Йәмәғәт палатаһы тарафынан алып барылған эштәр тураһында һөйләне. Мәҫәлән, власть менән тура бәйләнештәр, һайлау кампаниялары осоронда булдырылған Йәмәғәт штабы, Ситуация үҙәге һ.б. башланғыстар күптән үҙҙәренең һөҙөмтәлелеген раҫланы.
– Тауыш биреү көнөндә эшләгән Ситуация үҙәгендә участкаларҙан ҡабул ителгән хәбәрҙәр эшкәртелә, бер генә сигнал да тикшерелмәй ҡалмай. Башҡортостандың был тәжрибәһе федераль кимәлдә юғары баһа алды һәм ошо система 2026 йылда Дәүләт Думаһына һайлауҙарҙа ҡулланыласаҡ, – тине Александр Кобыскан.
БР Йәмәғәт күҙәтеүселәр комиссияһы рәйесенең беренсе урынбаҫары Мират Гәрәев комиссияның Йәмәғәт палатаһы менән хеҙмәттәшлеге тураһында сығыш яһаны. Бында һүҙ башлыса иректьән мәхрүм ителеү урындарында кеше хлҡуҡтарын һаҡлауҙы тәьмин итеү, йәғни ошо мәсьәләлә йәмәғәт күҙәтеүе тураһында барҙы.
– Йәмәғәт палатаһы вәкилдәре Йәмәғәт күҙәтеү комиссияһының киңәйтелгән ултырыштарында, хөкөм ителгән граждандар менән эшләүгә тәғәйенләнгән “Хоҡуҡи десант” сараһында, хөкөм ителгән хәрби хәрәкәттәр ветерандарына ҡағылышлы “Һине онотмайҙар” хәйриә акцияһында даими рәүештә ҡатнаша, - тине сығышында Мират Ирек улы.
Һығымта яһап әйткәндә, БР Йәмәғәт палатаһында 2025 йылда граждандарҙың төрлө тармаҡтар һәм өлкәләр – мәғариф, кадрҙар дефициты, инвалидлыҡ һәм түләүҙәр алыу, һаулыҡ һаҡлау һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләре һ.б. буйынса шәхси мөрәжәғәттәре системалы рәүештә эшкәртелгән. Мөрәжәғәттәрҙең 80 проценты уңышлы хәл ителгән йәки хәл ителеү өҫтөндә. Шулай уҡ Башҡортостан ҡалаларында һәм райондарында, Өфө ҡалаһы райондарында 114 күсмә сара үткәрелгән. Бындай алым халыҡ менән туранан-тура аралашырға, хәлде күҙәтергә һәм урындағы проблемаларҙы ваҡытында хәл итергә мөмкинлек бирә.
ФЕКЕР
Рәмил Нәсибулла улы РӘХИМОВ, Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары, Рәсәй Федерацияһы Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһе етәксеһе:
– Йәмәғәт палатаһының төп бурыстарының береһе – граждандар йәмғиәтен булдырыуға, уны үҫтереүгә булышлыҡ итеү. Ул йәмәғәт ойошмаларын дәүләт власы менән, ябайыраҡ итеп әйткәндә, йәмғиәт менән дәүләтте бәйләй. Икенсенән, Йәмәғәт палатаһы төрлө проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса дәүләттең йәмәғәт ойошмаларына нисек ярҙам итеүен контролдә тота, йәғни Йәмәғәт палатаһының ике мөһим бурысын билдәләргә мөмкин: ул йәмәғәт фекерен булдыра һәм дәүләтте контролләй. Бына ошо ябай булмаған процестар Йәмәғәт палатаһының төп эшмәкәрлеген барлыҡҡа килтерә лә инде.
Ҡайһы берәүҙәр Йәмәғәт палатаһы ниндәйҙер тәртип боҙоу, кәмселектәр осрағында ғына тәьҫир итергә тейеш, тип уйлай. Әммә беҙ айырым кешеләрҙең хоҡуҡтарын яҡлау менән шөғөлләнмәйбеҙ, бының өсөн тәртип һаҡлау органдары, башҡа төрлө структуралар бар. Ә беҙ граждандар йәмғиәтенең үҫешенә булышлыҡ итәбеҙ. Беҙҙең даирә – йәмәғәт тойошмалары, идеялы кешеләр. Йәмғиәт үҙе, йәғни уны булдырған кешеләр тормошто яҡшыраҡ итергә ынтылырға тейеш. Граждандар йәмғиәтен дәүләт булдыра алмай, уны кешеләр төҙөй. Әлегә беҙ был эштең башында ғына торабыҙ. Ул оҙайлы, ҡатмарлы буласаҡ.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!