Йәмғиәт
9 Апрель , 13:30

1 миллионды кем алыр?

"Һөнәре буйынса иң яҡшыһы" профессионал оҫталыҡ Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабына ғаризалар ҡабул ителә башланы

1 миллионды кем алыр?1 миллионды кем алыр?
1 миллионды кем алыр?

"Һөнәре буйынса иң яҡшыһы" профессионал оҫталыҡ Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабына ("Электромонтер" һәм "Иретеп йәбештереүсе" номинациялары ) ғаризалар (https://konkurs.trudvsem.ru) ҡабул ителә башланы.

Әйткәндәй, конкурс 26 июнгә тиклем дауам итә. Мәртәбәле бәйгелә Рәсәй граждандары ҡатнаша ала, уның ошо һөнәр буйынса стажы өс йылдан да кәм булмаҫҡа тейеш. Шуныһы, федераль этаптағы ярышта еңеүселәр (1,2 һәм 3 урындар) өс йылдан һуң  тағы ла ҡатнашыу хоҡуғына эйә.  

"Һөнәре буйынса иң яҡшыһы"  профессионал оҫталыҡ Бөтә Рәсәй конкурсы 2025 йылдан алып "Кадрҙар" милли проектының өлөшөнә әйләнде. Иң-иңдәргә, әлбиттә, дәртләндереү саралры ҡаралған. Беренсе урынға – бер миллион һум, икенсе урынға – 500 мең һум һәм өсөнсө урынға 300 мең һум аҡса бирелеүе шуға асыҡ миҫал. Конкурс Стәрлетамаҡ ҡалаһындың "Стәрлетамаҡ төҙөлөш һәм профессионал технологиялар колледжында" уҙғарыла.

Фото: "Молодежная газета".

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас