Йәмғиәт
9 Апрель , 10:40

Мәғлүмәт һуғышы: беҙ берҙәм, көслө һәм аңлы булырға тейешбеҙ!

Өфөләге “Торатау” конгресс-холында дәүләт милли сәйәсәтен республикала тормошҡа ашырыуҙың көнүҙәк мәсьәләләренә арналған семинар-практикум үткәрелде. Ойоштороусылары - Рәсәйҙең Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлығы һәм Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы.

Мәғлүмәт һуғышы: беҙ берҙәм, көслө һәм аңлы булырға тейешбеҙ!Мәғлүмәт һуғышы: беҙ берҙәм, көслө һәм аңлы булырға тейешбеҙ!
Мәғлүмәт һуғышы: беҙ берҙәм, көслө һәм аңлы булырға тейешбеҙ!

Сара Рәсәй Президенты Указы менән иғлан ителгән Халыҡтарҙың берҙәмлек йылына арналды. Семинарҙы Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Наталья Лапшина менән социология фәндәре кандидаты, Рәсәй Юристар ассоциацияһы аппараты кәңәшсеһе Антон Лукаш алып барҙы.

Фекер алышыуҙа Башҡортостандың башҡарма власть органдары, милли-мәҙәни үҙәктәр вәкилдәре һәм милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса эксперттар ҡатнашты. Сығыш яһаусылар милләт-ара мөнәсәбәттәр өлкәһендә тәжрибә алмашыу, потенциаль низағтарҙы иҫкәртеү профилактикаһы һәм был йүнәлештә йоғонтоло ҡарарҙар ҡабул итеү, дәүләттең милли сәйәсәтенең төп йүнәлештәре, этно-сәйәси низағтарҙы көйләү алымдары, сит ил граждандарының социаль һәм мәҙәни яраҡлашыуы тураһында һөйләне.

Башҡортостандың Йәмәғәт хәүефһеҙлеге буйынса ведомство-ара советы секретары Валерий Олейник Башҡортостанда эстремизмға һәм терроризмға ҡаршы тороу системаһы, Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы дәүләт-конфессиональ мөнәсәбәттәр буйынса совет рәйесе урынбаҫары Руслан Ҡарамышев – республикала дәүләт-конфессиональ мөнәсәбәттәр, республиканың мәғариф министры урынбаҫары Инесса Косолапова – республика мәктәптәрендә һәм колледждарында сит илдәрҙән килгән уҡыусыларҙың яраҡлашыуы, милләт-ара мөнәсәбәттәр өсөн шарттар тыуҙырыу, Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығының Гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәге директоры Марат Мәрҙәнов – мәғлүмәт нигеҙендәге янауҙар мониторингы, Антон Лукаш мәғлүмәти һәм рухи хәүефһеҙлектең Рәсәйҙең стратегик хәүефһеҙлеге нигеҙе булыуы тураһында аңлатты.

Пленар ултырыш аҙағында Х Ҙур этнографик диктант йомғаҡтары буйынса еңеүселәргә наградалар тапшырыу тантанаһы булды.

Автор фотоһы.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас