Йәмғиәт
10 Апреля , 14:45

Пилотһыҙ осоу аппараты операторҙары ярышты

Улар хәҙер Ҡораллы Көстәрҙә генә түгел, бөтә тармаҡтарҙа кәрәк.

Пилотһыҙ осоу аппараты операторҙары ярыштыПилотһыҙ осоу аппараты операторҙары ярышты
Пилотһыҙ осоу аппараты операторҙары ярышты

10 апрелдә Йылайыр районында пилотһыҙ осоу аппараттары менән эш иткән йәш операторҙарҙың асыҡ ярышы булды.

Сара урындағы идара итеү командаһы башланғысы менән үткәрелде. Уларға Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжындағы Пилотһыҙ осоу аппараттарын файҙаланыуға индереү буйынса белгестәр әҙерләү ғәмәли үҙәге ҙур ярҙам күрһәтте. Ярыштарҙа Өфө, Ишембай, Йылайыр йәштәре һынау тотто.

Юлдыбай ауыл хужалығы колледжы директоры Илшат Әминев билдәләүенсә, Башҡортостан Башлығының ҡушыуы буйынса, республиканың урта һөнәри белем биреү учреждениелары уҡыу программаларына БПЛА операторҙары әҙерләү йүнәлешен индереү йәһәтенән әүҙем эш алып бара. Бындай белгестәргә хәҙер илдең Ҡораллы  Көстәрендә генә түгел, башҡа тармаҡтарҙа ла, шул иҫәптән ауыл хужалығында ҙур ихтыяж кисерелә.    

Йәш операторҙар ярышында ҡатнашҡан командалар бәләкәй габаритлы осоу аппараттарына идара итеү йәһәтенән белемен күрһәтте. Һөҙөмтәлә Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжы лидер булып танылды.Тәүге ике урынды ошо уҡыу йортонан Александр Кравченко менән Никита Степанов яулаһа, өсөнсөлә – Ишембай ҡалаһының Йәш техниктар ижад йорто тәрбиәләнеүсеһе Инсаф Ғөбәйҙуллин.

Сарала ҡатнашыусыларға ауыл хужалығында күп мәсьәләләрҙе хәл иткән пилотһыҙ осоу аппаратын күрһәттеләр. “Баш-фунгицид” йәмғиәте вәкилдәре килтергән был агродрон баҫыуҙарҙы ҡый үләндәренән, ҡоротҡостарҙан һаҡлау маҡсатында файҙаланыла.

Ярыштарҙан һуң белгестәрҙең кәңәшмәһе үтте. Унда “Баш-фунгицид” фирмаһы директоры Флорит Гәрәев ауыл хужалығында пилотһыҙ осоу аппараттарын файҙаланыу, был эштең иҡтисади яҡтан файҙаһы, үҫеш мөмкинлектәре хаҡында һөйләне. Махсус хәрби операция яугире, пилотһыҙ осоу аппараттары расчеты командиры Евгений Седых иһә был техниканы яу шарттарында ҡулланыу хаҡында мәғлүмәт бирҙе, ҡуйылған бурыстарҙың уңышлы үтәлеүе күп осраҡта уға бәйле икәнен билдәләне.

Баймаҡ ҡалаһының, Баймаҡ һәм Йылайыр райондарының хәрби комиссары Хөрмәт Хәмитов тиҙҙән хәрби хеҙмәткә саҡырыу башланасағы тураһында бәйән итте, пилотһыҙ осоу аппараттары белгестәрен әҙерләүҙә урта һөнәри белем биреү учреждениеларының өлөшөн, уларҙың бурыстарын билдәләне. Ярыштарҙың төп судьяһы, Пилотһыҙ осоу аппараттарын файҙаланыуға индереү буйынса белгестәр әҙерләү ғәмәли үҙәге етәксеһе Александр Климов ошо һөнәргә уҡытыу шарттары, ҡағиҙәләр менән таныштырҙы. Теләгәндәр өсөн башланғыс курс 72 сәғәттән тора.

Фото: Евгений Гордов.

Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan 

Пилотһыҙ осоу аппараты операторҙары ярышты
Пилотһыҙ осоу аппараты операторҙары ярышты
Пилотһыҙ осоу аппараты операторҙары ярышты
Пилотһыҙ осоу аппараты операторҙары ярышты
Пилотһыҙ осоу аппараты операторҙары ярышты
Пилотһыҙ осоу аппараты операторҙары ярышты
Пилотһыҙ осоу аппараты операторҙары ярышты
Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас