Гөлназ Ишемғолованың төрлө тәмле рецептарын йыш тәҡдим итәбеҙ. Был юлы унан колбасалы, сырлы, йәшел һуғанлы һәм укроплы ҡоймаҡ бешереүҙе отоп алайыҡ.
"Шулай итеп, ең һыҙғанып эшкә тотондоҡ: ярты литр кефирҙы тимер тәбаҡҡа ҡойҙом һәм утҡа ҡуйып йылытып алдым. Эреп ҡуймаһын, ҡалаҡ менән бутап тороғоҙ. Ныҡ эҫеп китмәһен. Шунан ике йомортҡа ҡушып туғыным, ярты балғалаҡ тоҙ, бер балғалаҡ шәкәр, ярты балғалаҡ аш содаһы өҫтәнем. Ике ҡалаҡ көнбағыш майы һәм ҡуйы ҡамыр килеп сығырлыҡ он ҡушып йәнә туғыным.
Ҡоймаҡ ҡамырын икегә бүлдем дә яртыһына колбаса менан сырҙы ҡырғыс аша үткәреп ҡуштым. Икенсе яртыһына колбаса, сыр, ваҡ итеп туралған йәшел тәмләткес үләндәрҙе өҫтәнем. Нишләп икегә бүлдемме ҡамырҙы, сөнки улдарымдың теләге шулай булды.
Бәләкәй ҡоймаҡтарҙы майһыҙ табала ҡыҙҙырҙым, теләйһегеҙ икән, табаны майларға ла була. Мин бешкәс майланым.
Ней! Ҡамырҙы әйләнгән һайын бутамағыҙ. Табаҡтың ситенән генә ҡалаҡ менән алығыҙ. Оладьи ҡамыры әйләнгән һайын тейгәнде яратмай ул. Ҙур ҡоймаҡ ҡамыры ғына болғап торғанды ярата.
Аштарығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын, әхирәттәр!" - тип яҙған Гөлназ Ишемғолова.
Сығанаҡ һәм фото: Мөхәббәтле миҙгел" төркөмөнән.