Йәмғиәт
11 Апреля , 12:00

Яраларҙан, тире бешкәндә, ярылғанда ярҙам итә

Бындай файҙалы майҙы махсус хәрби операцияға ла күпләп ебәрәләр икән. Уны нисек әҙерләргә кәрәклеген гәзит уҡыусыбыҙ өйрәтә.

Яраларҙан, тире бешкәндә, ярылғанда ярҙам итәЯраларҙан, тире бешкәндә, ярылғанда ярҙам итә
Яраларҙан, тире бешкәндә, ярылғанда ярҙам итә

Дауа аяҡ аҫтында. Бары тик белеп, табип менән кәңәшләшеп үҙеңә тура килгәнен һайларға кәрәк. Ишембай районының Алаҡай ауылынан Сәлимә Герасименко прополись менән мазь эшләү тәртибен белә. Махсус  хәрби операциялағы яугирҙәр өсөн  уны күпләп әҙерләп ебәргән ул. Уның серен беҙгә лә һөйләп ишеттерҙе.

- 30 грамм прополисҡа 100 миллилитр үҫемлек майы ҡушып, “һыу мунсаһы”да ҡайнатам (водяная баня). Ҡайнап сыҡҡас, 30 минут тирәһе иретәм. Прополисы иреп бөтөргә тейеш. Шуны һөҙгәс, әҙерәк һыуытам һәм бер аҙ стрептоцид порошогын да ҡушып ебәрәм. Был май яралар бөтәшеүенә, бешкәндә, тире ярылғанда ярҙам итә. Антисептик көскә эйә, ауыртыуҙы баҫа. Майҙы проблемалы урындарға һөртөргә кәрәк. Үҙем дә уны  һынап ҡарағаным бар, - тине Сәлимә Алтынтимер ҡыҙы.

 Фото: Сәлимә Герасименко.

Яраларҙан, тире бешкәндә, ярылғанда ярҙам итә
Яраларҙан, тире бешкәндә, ярылғанда ярҙам итә
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас