

Шифалы үләндәр, халыҡ дауаһы буйынса белгес Зәүхиә Низамиева был юлы яҡташы, Ейәнсура районының ғәжәйеп матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Юлдаш ауылында йәшәгән Ишеғолова Миңниса апайҙың халыҡ дауалары ярҙамында нисек һаулыҡты нығытырға кәрәклеге хаҡында таныштыра.
"Миңнисаның һөйләгәндәрен бермә-бер теҙеп яҙам.
...Ҡырмыҫҡа иләүенә һалып дауалағандарын миңә 4-5 йәштәр тирәһе булғанда ишеттем. Тик ул ваҡытта уның тәртибен, нисек эшләгәндәрен күрмәнем. Әнейем ныҡ ҡына ауырып китте, аяҡтан яҙҙы. Мейес ҡырыйында ултырғыста аяҡтарын одеялға төрөп, мейескә һөйәнеп, йылытып ултырғанын хәтерләйем. Ул ваҡытта алдынғы тип иҫәпләнгән ҙур ерҙәге дауаханала ятып ҡайтты. Тик аяҡҡа баҫтыра алманылар.
Әсәйемде алып ҡайтҡастары, өләсәмдең өтәләнеп, өҙгөләнеп йөрөгәне хәтерҙә. Өләсәмдең шул ваҡытта әсәйемдең аяҡтарын, ҡырмыҫҡа иләүенә һалыу ғына ярҙам итһә инде, тип әйткәне хәтеремдә. Урмандан клеенкаға төрөп ҡырмыҫҡа иләүе алып ҡайттылар, уны мейес янына йылыға ҡуйҙылар. Беҙҙе ҡамасаулап, өй һыуытып йөрөмәһендәр өсөн урамға сығарҙылар.
Әсәйем ошо дауалау менән аяҡҡа баҫып китте. Ғүмер юлында был дауалау ысулына тағын юлығырмын тип уйламаған инем. Миңә 37 йәштәр тирәһе булғанда, иптәшем эштән биле һәм аяҡтары ныҡ ауыртып, көскә атлап ҡайтты. Иртәгәһенә ат егеп йыраҡ түгел ҙур ауылға дауаханаға барҙыҡ. Уға уколдар, дарыуҙар тәғәйенләнеләр, беҙ уларҙың барыһын да алдыҡ. Ат егеп, көндә мин уны медпунктҡа йөрөттөм. Атты ла егә һәм туғара алмай ине.
Тик уға был дауаланыу файҙа бирмәне. Бөтөнләй атлай алмай башланы. Шунан яңынан дауаханаға алып барып һалдыҡ, унан тағын кире алып ҡайттыҡ. Аяҡтарының рәте бөтә барҙы. Өйҙә массаждар яһап, һоло бешереп һыуына һалып ҡараныҡ. Түҙҙермәй һыҙланыуҙар, шешенеү һәм ҡулда күтәреп тип әйтерлек йөрөтөү башланды.
Ауылдаштар уның хәлен белеп торҙо. Беҙгә кемдер Ейәнсура районының Күгәрсен ауылында Миңзифа тигән инәй бар, шуға алып барығыҙ тине. Машина яллап барҙыҡ. Беҙҙе шул хәтлем асыҡ йөҙлө, алсаҡ инәй ҡаршы алды. Беҙҙе көтөп торғанын һәм килә ятҡанығыҙҙы һиҙҙем тип әйтте (күп кенә дауалаусыларҙа һиҙемләү көслө тиҙәр бит). Иремдең тәнен һыуыҡ алған, уны сығарырға кәрәклеген әйтте. Һыуыҡты сығарыу өсөн ылыҫты ҡайнатып, шуның һыуына 15 минутҡа (шунан артыҡҡа ултыртырға ярамағанын ныҡлап әйтте һәм мин шулай эшләнем дә) аяҡтарын тығып ултыртырға ҡушты. Ылыҫ уның тәненән һыуыҡты тартып сығара һәм ялҡынһыныуҙы баҫа тине.
Миңзифа инәй миңә өләсәмдең әсәйемде аяҡҡа баҫтырған ысулын иҫкә төшөрҙө. Ул иремде ҡырмыҫҡа иләүенә ултыртырға өйрәтте. Был ваҡытта октябрь аҙағы – ноябрь айы башы ине. Беҙҙең бәхеткә ҡар әле ныҡлап яумағанға ҡырмыҫҡа иләүҙәре уба булып күренеп тора ине. Үҙебеҙгә яҡын ҡайынлыҡта ҡырмыҫҡа иләүен табып, клеенкаға һалып алып ҡайттым. Ҡаҙанда һыу ҡайнатып, алып ҡайтҡан иләүҙе тазикка һалып, уға ҡайнар һыу ҡойоп, быҡтырып алдым. Шунан шул йылымыс булғас, аяҡтарын күмеп, урап ҡуйҙым. Бер һалған иләүҙе өс көн рәттән ҡулланырға була. Шунан тағын ҡайынлыҡҡа сығып яңы иләү алып ҡайттым. Көндән-көн һәйбәтләнә барҙы, таяҡҡа таянып йөрөй башланы. Өс айҙан эшкә сығып китте.
Был ысул менән ауылда атлай алмай ҡалған тағы бер абзый аяҡҡа баҫты, аяҡтары һыҙлаған күп кенә кеше файҙаһын күрҙе. Ирем үҙе файҙаһын татып, әлеге көнгә хәтле атлап йәшәү бәхетен күргәс, ундай бәләгә тарығандарға әйтәйек тип кенә тора...
...Был бер тында һөйләнгән тарихтың эсендә күпме тырышлыҡ, ихтыяр көсө һәм Аллаһ Тәғәләнең тирә-яҡ мөхитте кеше сәләмәт йәшәһен өсөн биргәнлегенә инаныу ята.
Ҡырмыҫҡа иләүенә һалыуҙың үҙенең тәртибе һәм кемгә ярамау осрағы тураһында яҙып китәйек. Бер алып ҡайтҡан иләү өлөшөн өс көн рәттән һалырға була. 10 литр күнәк иләүгә ҡайнап сыҡҡан һыуҙы уны күмгәнсе ҡоябыҙ, өҫтөнән ябып ҡуябыҙ. Ваҡыт – ваҡыт бармаҡ тығып ҡарайбыҙ, тәнде бешермәй торған, рәхәт кенә йылылыҡҡа еткәс, асабыҙ. Иҙәнгә аҫтына йылы әйберҙәр һалып, өҫтөнә клеенка йәйәбеҙ. Кеше аяҡтарын һуҙып, арҡаһын уңайлы терәп ултыра, шунан уның аяҡтарына самалап теҙеп иләүҙе һалабыҙ. Һалған ваҡытта тиҙ ҡыланырға кәрәк, һыуытырға ярамай. Шуға әҙерәк ҡайнарыраҡ көйө һала башлаһаң да ярай. Аяҡ тулыһынса аҫтан да өҫтән дә ябылырға тейеш. Клеенкаға төрәбеҙ ҙә өҫтән йылы әйберҙәр менән ябабыҙ. Ултырған кешенең тәнен ныҡ ҡына йылытып торорға тейеш. Хатта тирләп тә китергә мөмкин. Һыу эскеһе килһә, эсерергә кәрәк. Бәлки, ялҡынһыныуға ҡаршы сәй булыр. 20-30 минут тирәһе ултырғас, асабыҙ, кире иләүҙе һауытына һалып, һалҡынса урынға ҡуябыҙ.
Иртәгәһенә тағын йылытабыҙ. Аяҡтарҙы һәйбәтләп йылы һыу менән йыуып, ҡоротоп киптереп, йылы ыштан, ойоҡбаштар кейәбеҙ. Дауаланыу алған көндәрҙә һыуыҡҡа, елгә сығыу тыйыла. Шулай уҡ ялҡынһыныуҙан эсә торған үләндәрҙән сәй эсергә була, шул уҡ ылыҫтың төнәтмәһенән сәй эсергә тәҡдим ителә. Ултырыу ваҡыты кешенең үҙен нисек тойоуынан да кәм йәки оҙағыраҡ булырға мөмкин. Аҙна тирәһе ял иткәс, тағы өс көн ҡуябыҙ. Ҡуйыу ваҡыты һәр кемдең хәленә ҡарап һуҙыла. Тулыһынса аяҡҡа баҫҡансы ҡуйыу хуплана. Шулай уҡ һыуын һарҡытмайынса, һауыттың эсенә аяҡтарҙы тығып ултырып дауалау ҙа файҙа бирә. Ҡулдары, бармаҡтары һыҙлаған кешеләрҙең дә файҙа алыуы булды. Урынлы ғына ҡуйыу ҙа мөмкин. Бил, терһәк, яурынбаш ауыртҡанда, мәҫәлән.
Иҫкәрмә! Ишеттем дә башланым түгел! Башта әҙ генә ҡуйып, тәндең реакцияһын ҡарарға кәрәк. Ҡырмыҫҡаға аллергия юҡмы? Тән температураһы юғары, аяғында эренле шештәр, ныҡ сығып торған тромбтар булһа, тыйыла. Дауалаған табип менән кәңәшләшеү кәрәк".
Шулай тип яҙған Зәүхиә Низамиева үҙенең "Боронғолар ораны" яҙмаһында.
Сығанаҡ һәм фото: Зәүхиә Низамиева.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!