Йәмғиәт
13 Апреля , 15:05

Әхирәтемде эҙләйем

 Иҫтәлеге булып көмөш алҡалары ҡалды...

Әхирәтемде эҙләйемӘхирәтемде эҙләйем
Әхирәтемде эҙләйем

Бынан байтаҡ йылдар элек булды ул ваҡиға. Ул ваҡытта әлеге һымаҡ интернет, мобиль телефондар ҙа юҡ ине. Кешеләр бер-береһе менән  хат  яҙып аралашты, хәл белеште.

Мәктәпте тамамлағас, Ләйсән юғары уҡыу йортона инергә имтихандар тапшырырға Өфөгә китте. Йәйге бесән ваҡыты, артынан эйәреп йөрөргә ата-әсәһенең ваҡыты юҡ. Ҡала мөхитенә өйрәнеү бер һынау булһа, имтихандар тапшырыу тағы ла ауырыраҡ ине. Дөйөм ятаҡтағы бүлмәләш ҡыҙҙары, кемдер түбән билдә алып, кемдер ауылын һағынып, бер-бер артлы  ҡайтып китте. Ләйсән бүлмәлә яңғыҙы ҡалды, шуға ул күрше бүлмәләге Зәлиә исемле ҡыҙ менән аралаша башланы. Үҙенә генә ҡурҡыныс булғас, төнгөлөккә уның бүлмәһенә лә инеп ҡунды.

Ихлас, асыҡ күңелле Зәлиә бер көн Ләйсәнгә илап килеп керҙе. Аҡсаһын юғалтҡан икән, автобустамы, башҡа ерҙә төшөрөп ҡалдырғанмы, үҙе лә иҫләмәй. Ни өсөн бөтә булған аҡсаһын янсығына һалып йөрөгәндер?

Ләйсәндең дә аҡсаһы артыҡ күп түгел. Шулай ҙа әхирәтенең хәленә инде.

– Ярай, Зәлиә, илама, миндә бар бит. Шуға йәшәп торорбоҙ. Имтихандарҙы аҙаҡҡаса тапшырайыҡ. Бирешмәйек, – тине.

Артыҡ тәмле-татлы алмай, Ләйсән аҡсаһын икеһенә лә еткерҙе. Шуныһы үкенесле, әхирәтенең генә уҡырға инергә балы етмәне. Алда торған айырылышыуҙан икеһе лә һағышланды, сөнки бер нисә аҙна дауамында ят ҡалала улар туғандар һымаҡ яҡынайғайны.  Ләйсән әхирәтенә юлға автобусҡа билет алып бирҙе һәм икеһе ике яҡҡа юл тотто.

Ауылына ҡайтып, ике аҙна самаһы ваҡыт үткәндер. Ләйсәнгә почта аша посылка килеп төштө. Адресына ҡарап, Зәлиәнән икәнлеген аңланы. Асып ебәрһә, күптән  хыялланып йөрөгән  көмөш  алҡалар һәм сәс бөҙрәләтеү ҡулайламаһын күрҙе. 

Өфөлә магазиндарҙа  йөрөгәндәрендә Ләйсән үҙенә ыҡсым ғына көмөш алҡалар һәм заманына күрә модала булған сәс бөҙрәләтеү ҡулайламаһын алырға хыялланыуы тураһында бер һөйләнгәйне. Аҡса яғы наҡыҫ булғас, әхирәтенә лә ярҙам кәрәккәс, уларҙы ала алманы.

Рәхмәтле әхирәте шуны хәтеренә һеңдергән дә Ләйсәндең ярҙамына ошо рәүешле изгелек итергә булған...

 Ул ваҡиғаға 30 йылдан ашыу ваҡыт үтте.  Йыш ҡына ул  күңелде йылытып хәтергә төшә.

 Автор фотоһы.

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас