

Кешеләр ҡайҙа юғала?
Үҙенең тарихын Юнир исемле ир һөйләне.
“Ғаиләнән сығып киткән яңғыҙаҡ ир мин. Насар ғәҙәтем арҡаһында яҙҙым мин унан. Йыш эсеп йөрөгән кеше түгелмен үҙем. Тик, шайтан һыуы ауыҙға бер эләкһә, берәр аҙна айный алмай йөрөгән саҡтарым була. Эскәндә ваҡыт шул тиклем тиҙ үтә: беренсе рүмкәне күтәргәнде иҫләйем дә аҙаҡ баш ауыртыуынан сыҙамай, айный алмай йөрөгәндә иҫкә киләм.
Бер шундай сағымда ауырып, нисек айнығып эшкә тотоноп китергә икән тип, аптырап туҡталҡала ултырам. Шул ваҡыт бағанаға йәбештерелгән белдереү күҙгә салынды. Унда эре хәрефтәр менән: ”Помощь алко- и наркозависимым. Бесплатно” тип яҙылған, телефон һандары күрһәтелгән. Бер ни уйламаҫтан тоттом да шылтыраттым. Теге яҡ остан ентекләп һораштылар, ҡайһы тирәлә булыуымды белештеләр ҙә шул урындан ҡуҙғалмай көтөргә ҡуштылар. 15 минут та үтмәне, “Мерседес”та бер йәш егет килеп туҡтаны. Бик итәғәтле һөйләште. Ҡайҙа нисек барырға икәнлекте өйрәтеп, автобуста түләргә аҡса тотторҙо. Ниңәлер тиҙ ышандым уға һәм, ул өйрәткәнсә, автобуста ике сәғәтлек юл үтеп, баш ҡалаға яҡын ятҡан бәләкәйерәк ҡалаға килдем. Ә унда автовокзалда мине икенсе берәү ҡаршы алды. Үҙен Сергей тип таныштырҙы ла машинаһына әйҙәне. Ҡала ситендәге тирә-яғы бейек ҡоймаланған бер ҡатлы күп бүлмәле бинаға алып килде. Унда башҡа ир-аттар ҙа күренә ине.
Ашханала миңә тәүҙә бер стаканға араҡы ҡойоп бирҙеләр, эстем, ә аштары үтмәне. Былай өҫтәлдә, мул уҡ булмаһа ла, ризыҡ бар ине. Телефонымды алып ҡуйҙылар – тәртип шундай икән. Ярай әле үҙем менән паспорт-фәләнем юҡ ине. Бер бүлмәлә панцирлы карауаттарҙа ете-һигеҙ ир йоҡланыҡ. Икенсе көнөнә башҡаларҙы машиналарға ултыртып ҡайҙалыр алып киттеләр. Кискә һуң ғына алып ҡайттылар. Мин ҡапҡа тышына сығып барғанда Сергей һөрәнләп кире индерҙе, кеше күҙенә күренергә ярамай икән. Тәмәке тартҡы килә тигәс, үҙенекен бирҙе. Был ҡалала бер туған һеңлем ғаиләһе менән йәшәй, барып килергә яраймы, тип рөхсәт һораным. “Юҡ”, - булды яуап. Иртән көн һайын бер бүлмәгә йыйылып, “Отче наш” тип йырлайҙар икән, миңә лә барырға ҡуштылар. “Мин мосолман бит” тигәнемә: “Бында бөтәгеҙ бер иш, Алла берәү” тип көсләп алып киттеләр. Суҡынғандарын ҡарап торолдо.
Өсөнсө көнөнә мине лә баш ҡала эргәһендәге поселокка алып килделәр. Башҡалар менән йорт нигеҙе ҡаҙыныҡ, башҡа ауыр эштәр башҡарҙыҡ. Бер аҙна тирәһе шулай йөрөгәс, ныҡлап айнылды, уйлау ҡеүәһе ҡайтты. Бер кис телефонды һораным, бирмәнеләр. Элекке эш урынына шылтыратам, көтмәһендәр, тигәс кенә “Мә, бер секундҡа ғына” тип телефонды һуҙҙы берәүһе, үҙе яндан да китмәй ҡарап тора. Күҙәтеп, тикшереп тороуҙары күңелгә шом һалды. Тиҙ генә улыма шылтыратып, ҡайҙа икәнлегемде башҡортсалап аңлаттым да телефонды кире һондом. Малай үҙенекен һүндермәгән булған икән. Бының менән һөйләшеп алып киттеләр. Мине юғалтып, эҙләүгә биргәндәрен әйтеп, нисек бында килеп юлығыуым, ниндәй маҡсат менән үҙҙәренә һыйындырыуҙары тураһында һорашты, был урындың ҡайҙалығын белеште. Әлбиттә, былар адрестарын әйтмәне. Беҙ уны көсләп тотмайбыҙ, килеп ала алаһығыҙ, тине лә әҙерәк торғас, ярай үҙен ултыртып ҡайтарырбыҙ, тип яуапланы хужа. Аҙаҡ үҙе миңә: “Һинең бында икәнде берәү ҙә белергә тейеш түгел ине. Бында томоштан, туғандарынан ваз кискән кешеләр килеп һыйына. Бүтән килеп ҡапмағыҙ”, - тип оҙатып ҡалды.
Белмәйем, бәлки, ҡайһы берәүҙәр өсөн яҡшы урындыр: эшләтеп, түләмәһәләр ҙә ашаталар, йәшәтәләр. Аңлауымса, бындағы бар дауа - ҡара эш тә бергәләп табыныу...