Йәмғиәт
14 Апрель , 02:00

Килешеү төҙөй алаһығыҙ

Был сарала Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән көслө вәкилдәр ҡатнаша. Яҡташыбыҙ өсөн дә был – үҙенең һөнәри оҫталығын күрһәтеү, тәжрибә туплау сығанағы.

Килешеү төҙөй алаһығыҙКилешеү төҙөй алаһығыҙ
Килешеү төҙөй алаһығыҙ

Калуга ҡалаһында Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжы студенты А.С. Тимохин Профессионалдар чемпионатының төбәк этабында ҡатнаша. Ул үҙен “Пилотһыҙ авиация системаларын файҙаланыу” компетенцияһы буйынса һынай. Эксперт А.Г. Павлов етәкселегендә ул дронға идара итеү, алынған мәғлүмәттәрҙе эшкәртеү буйынса юғары әҙерлек кимәлен күрһәтә. Был сарала Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән көслө вәкилдәр ҡатнаша. Яҡташыбыҙ өсөн дә был – үҙенең һөнәри оҫталығын күрһәтеү, тәжрибә туплау сығанағы.

Башҡортостанда пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәренә кеше йыйыу дауам итә. Был – былтыр Юғары баш командующий Владимир Путин һәм оборона министры Андрей Белоусов ҡарары буйынса ойошторолған яңы элиталы ғәскәрҙәр төрө.

Пилотһыҙ системалар ғәскәрендә хеҙмәт итергә теләүселәр барлыҡ түләүҙәрҙе һәм социаль гарантияларҙы тулыһынса ала, әммә айырым өҫтөнлөктәр ҙә ҡаралған. Әгәр һин – Рәсәй гражданы һәм һиңә 18-ҙән 45-кә тиклем йәш, һаулыҡ торошо буйынса яраҡлы икәнһең, Рәсәйҙең Оборона министрлығы менән килешеү төҙөргә була.

Пилотһыҙ системалар ғәскәре яугире булғандар ыңғай 1,4 миллион һум аҡса алыу һәм тотош ғаилә өсөн 50-гә яҡын ташламанан файҙаланыу мөмкинлегенә эйә.

Шуны билдәләргә кәрәк, пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүҙең өҫтөнлөктәре бихисап. Әйтәйек, операторҙар өсөн хәүефһеҙлектең иң юғары кимәле тәьмин ителә. Улар хәрби бәрелеш урындарынан алыҫта хеҙмәт итә.

Оборона министрлығы хеҙмәт үҙенсәлектәренә нығыраҡ төшөнөү өсөн бер йыллыҡ контракт төҙөргә тәҡдим итә. Контрактҡа ярашлы, хәрбиҙе пилотһыҙ осоусы аппарат менән идара итеүгә бәйле икенсе һөнәргә йәки ғәскәргә күсереү мөмкин түгел. Улар ҡануниәт менән ҡаралған барлыҡ түләүҙәр, ташламалар һәм социаль гарантиялар менән файҙалана.

“Геймер тәжрибәһе” йәки радиосамолетҡа, дронға идара итеү, “VR”ҙы файҙаланыу тәжрибәһе булғандар, пилотһыҙ һауа судноларына идара итеү тураһындағы уҡыуға сертификаты танытмаһы булғандар алына. Ә ауыр енәйәттәр өсөн хөкөм ителгәндәр хеҙмәткә алынмай, башҡа төрлө хөкөмдәр тураһындағы ҡарар шәхсән рәүештә хәл ителә.

Студенттарға ла айырым шарттар ҡаралған. Әйтәйек, теләүселәр академик ял алып контракт төҙөй ала. Хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң инде бюджетта уҡыуын дауам итәсәктәр. Хеҙмәт иткәндә ҙур һөҙөмтәләргә өлгәшеүселәргә 50 мең һумдан 500 мең һумғаса түләүҙәр ҡаралған.

Тулыраҡ мәғлүмәт менән 122 номерына шылтыратып танышырға мөмкин йәки хәрби комиссариатҡа килергә була. Үҙегеҙ менән паспорт, хәрби билет, никахҡа инеү һәм балаларҙың тыуыу тураһындағы таныҡлыҡтары (булғанда), белем алыу тураһындағы документтар кәрәк.  

Фото: Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжы.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan  ҡушылығыҙ!

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас