

Был аяныслы тарихты бер районға командировкаға барғанда ишеткәйнем. Сәфәребеҙ көнөндә беҙ яҙаһы геройҙың күршеһе үлгән булып сыҡты. Шулай ҙа, алыҫ юлдан килгән кешеләрһегеҙ, төштән һуң булһа килегеҙ, тип ризалашты.
Ағай ҡәберҙән күршеһен һуңғы юлға оҙатып ҡайтҡансы, аҙыраҡ көтөп ултырырға тура килде. Эргәләрендәге заманында матур итеп төҙөлгән, әммә йылдар дауамында ҡаралмаған, туҙырай башлаған донъяны күреп, күрше тигәндәре ошонда йәшәнеме икән, тик мәрхүмде һуңғы юлға оҙатҡандағы күренеш, йәғни ығы-зығы күҙәтелмәй ҙә баһа, тип уйлаған инем. Минең уйҙы һиҙгән кеүек, Һүҙгә шәп ҡатыны байтаҡ хәбәр һөйләп ташланы.
– Бына был донъя, йәғни йорт заманында гөрләп торҙо. Кешелә булмағандың барыһы ла уларҙа булды: затлы мебель, ҡиммәтле машина һәм башҡаһы. Күршебеҙ Мансур урындағы хужалыҡта ҙур ғына түрә булды, гел үҙе кеүек кешеләр менән аралашты. Затлы-затлы машиналарҙа ҡаланан да ҡунаҡтар йыш килә ине.
Мансур һунарсы ла ине. Бер мәл быға ҡалалағы ҙур хужа аҡҡош итенә заказ биргән. Ҡиммәтле ресторан тотҡан кеше тип һөйләнеләр аҙаҡ. Мансурға ҙур бүләк – 11-селә уҡыған ҡыҙын юридик факультетҡа бушлай уҡырға индерергә вәғәҙә иткән, тинеләр.
Ауыл халҡы йоҡонан уянмаҫ элек тип, был эргәләге күлгә киткән, ә унда йыл һайын бер пар аҡҡош оя ҡороп, бала сығара торғайны. Һуңынан үҙе эскән сағында һөйләне: баҫып ултырған инәһен түгел, ә эргәһендә йөҙөп йөрөгән ата аҡҡошто атып алырға уйлаған. Гонаһлы эш ҡылыуын барыбер аңлағандыр инде, шуға инәһенә теймәй, ата ҡошто атырға ҡарар иткән. Әммә был барыуға ата аҡҡош ул тирәлә булмай сыҡҡан. Көн яҡтырып бара, кешеләр уяна тип уйлап, ҡабаланып, был ояла ултырған инә аҡҡошто атып алған. Аҙаҡтан эскелеккә һалынғас, илап һөйләне: “Ояла ятып ҡалған йомортҡалар гел төшөмә инә, йә ҡарғаға әйләнеп мине суҡыйҙар, йә ҙур ҡарсығалар булып баҫтыралар”, - тине.
Бына шул ваҡиғанан һуң башланды инде уның ғаиләһендәге фажиғәле хәлдәр. Иң тәүҙә кискеһен клубҡа сыҡҡан ҡыҙын күрше ҡаланан килгән егеттәр көсләп, үлтереп, йорттары янында ҡалдырып китте. Уны таң менән тышҡа сыҡҡан Мансур үҙе беренсе булып күргән.
Был хәлдән һуң ир эсә башланы, ә ҡатыны ауырыуға һабышты. Өс йыл тигәндә күрше килен яман шештән мәрхүмә булып ҡалды.
Улдары был ваҡытта һөнәр алып, ҡалала эшләп йөрөй ине. Бер бөртөк һеңлеһен, уның артынса әсәһен юғалтыуҙы бик ауыр кисерҙе. Ауылда хәбәр таралмай тормай бит инде, атаһының аҡҡошто атып, ғаиләһен фажиғәгә тарытыуы тураһындағы хәбәр уға ла барып еткән. Ауылға ҡайтҡанында гел һүҙгә килешә инеләр, ул да атаһын ғәйепләне. Шулай ҙа уны эскелектән дауаларға тырышып ҡараны, тик Мансур был һаҙлыҡтан сығырлыҡ түгел ине. Бер ҡайтҡанында атаһы менән тағы эләгешеп, хатта һуғышып, күҙенә аҡ-ҡара күренмәй, төнгә ҡарай ҡалаға ҡайтып киткән. Ярһыған булғандыр инде, тайғаҡ юлда шәп барып, ҡаялы ерҙә осҡан, тинеләр. Шулай итеп, улының да ғүмере аяныслы өҙөлдө.
Ә Мансур күршебеҙ бына кисә мәрхүм булып ҡуйҙы. Теге хәлдән, йәғни аҡҡошто атҡандан һуң, ун йылдан ашыу йәшәне әле ул. Әммә ундай тормошто Аллаһы Тәғәлә бер кемгә лә күрһәтмәһен. Кешелектән сығып үлеп китте. Ә бит ниндәй ғаилә ине! Заманында Мансур ауыл хужалығы институтын тамамлап, бер ҡашыҡ һыуға һалып йотмалы һылыу киленде эйәртеп ҡайтып төшкәйне. Килен уҡытыусы ине. Балалары яҡшы уҡыны, ләкин барлыҡ-муллыҡта шаштырып үҫтерҙеләр. Үҙ һүҙле, тыңлауһыҙыраҡ булдылар. Ҡайһылай булһа ла, тормошта урындарын табып йәшәп, аҡылға ултырып китерҙәр ине әле, әммә аҡҡош ҡарғышы ебәрмәне.
Эскән саҡтарында беҙгә лә килеп инер ине Мансур күрше. Гел шул аҡҡошто һөйләп иланы, шуның ҡарғышы төштө беҙгә, тине. Аҡҡош – изге ҡош, уға тейергә ярамай тигәнгә ышанмаҫ ерҙән ышанырһың. Бына бит тотош бер ғаилә нәфсе арҡаһында юҡҡа сыҡты... – тип тамамланы һүҙен Нәфисә исемле апай.
Фото: Рөстәм Вәлеев (“Балтач таннары” гәзите).
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!