Йәмғиәт
14 Апрель , 19:20

Ҡайын миндегенең һыуы сәсте нығыта, ҡауаҡты бөтөрә

Ҡайһы миндектең ниндәй файҙаһы бар? Белеп ҡуяйыҡ.

Ҡайын миндегенең һыуы сәсте нығыта, ҡауаҡты бөтөрәҠайын миндегенең һыуы сәсте нығыта, ҡауаҡты бөтөрә
Ҡайын миндегенең һыуы сәсте нығыта, ҡауаҡты бөтөрә

Яҙ аҙағы, йәй башында әҙерләнгән миндек иң файҙалыһы икәнен беләбеҙ. Шуға ла күптәр уны ошо осорҙа хәстәрләргә тырыша. Ниндәй ағастың миндеге файҙалы?

Күптәр өҫтөнлөк биргән ҡайын миндеге тирҙе бөтөрә,  тирене таҙарта, яраланған, һыҙырылған урындарҙың бөтәшеүенә булышлыҡ итә, физик көсөргәнештән һуң ҡайын миндеге менән сабынһаң, мускулдар һәм быуындарҙағы арыу бөтә. Яҡшы итеп парланған миндек эфир майҙарын, башҡа шифалы матдәләр  бүлеп сығара. Кешенең тиреһенә ыңғай йоғонто яһай. Тын юлдарына ла шифаһы бар, ҡаҡырыҡ бүленеп сығыуына булышлыҡ итә, үпкәләрҙе елләтә.

Ҡайын миндегенең хатта һыуы ла шифалы булыуын онотмағыҙ. Ул сәстәрҙе нығыта, баштағы ҡауаҡты бөтөрә.

Кемдер ҡайын миндеген мәтрүшкә ҡушып та бәйләй. Мәтрүшкәне иммунитетты нығыта тиҙәр.

Имән миндеген дә йыш ҡулланалар. Ул тирегә яҡшы йоғонто яһай, тынысландыра. 

Ылыҫлы ағастарҙан миндекте үҙ итеүселәр ҙә бар. Шулай ҙа һиҙгер, йоҡа тирелеләргә ул ныҡ ҡаты һымаҡ. Ылыҫлы миндектәрҙең үҙ файҙаһы, ул көс бирә, һауаны дезинфекциялай.

 Автор фотоһы.

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас