Йәмғиәт
15 Апрель , 18:30

Ураманы бешереүе ҡыйын түгел

Байрам табынын йәмләүсе һәм биҙәүсе тәмле ризыҡ ул. Бешереп ҡарайыҡ!

Ураманы бешереүе ҡыйын түгелУраманы бешереүе ҡыйын түгел
Ураманы бешереүе ҡыйын түгел

Уны яраштырыуы бер ниндәй ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Ни бары 4 йомортҡа; 1 аш ҡалағы аш һеркәһе; семтеп генә тоҙ, кәрәгенсә он кәрәк.

Ошоларҙың барыһынан да ҡамыр баҫырға, һалма йәйгән кеүек йәйеп, 4 - 5 см яҫылығында итеп ситтәрен матурлап, оҙонсалай ҡырҡып сығырға.

Оҙонса ағастан таяҡ кәрәк, шуға һалманы урайбыҙ ҙа ҡайнар көнбағыш майында бешереп алабыҙ. Эҫе майға төшөрөү менән таяҡты болғап өйрөлтөп торор кәрәк. Урама бешкән һайын ҙурая бара. Икенсе яғын да әйләндереп бешереп алабыҙ тиҙ генә.

Бешеп сыҡҡан әҙер урамаларға шәкәр пудраһын һибеп сығырға йә иретелгән шыйыҡ бал да ҡойоп сығырға була.

Ризығығыҙ тәмле, табынығыҙ йәмле булһын!

Автор фотолары.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ! 

Ураманы бешереүе ҡыйын түгел
Ураманы бешереүе ҡыйын түгел
Автор:Карима Усманова
Читайте нас