

"Башҡорт хужабикәһе" исеме аҫтындағы блогер ҡыш көнө бер урында чебурек һатып алып, уның сифатына дәғүә белдерә. Уға ризыҡ өсөн фаршты бешерелгән иттән эшләгәндәр кеүек тойола. Һатыусыға был хаҡта әйтә лә инде.
Хәҙер килеп сауҙа нөктәһенең хужаһы блогерға шылтырата һәм дәғүәһен белдерә, уны үҙен мыҫҡыл итеүҙә ғәйепләй. Ул, күрәһең, полицияға ғариза яҙған - участковый "Башҡорт хужабикәһе"нең өйөнә килә һәм аңлатма ала.
Хәлдең нисек барып бөтөрө билдәһеҙ. Миләүшә "Миңә тиҙ арала адвокат кәрәк!" ти. Ни булһа ла, был сетерекле хәл яҡшы тамамланһын!
Фото: М. Шәйхелисламова видеоһынан скриншот.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!