

"Серләшәйек" төркөмөндә бер әсәнең яҙған хатына юлыҡтыҡ.
"Ҡыҙҙар, кәңәш кәрәк! Улыма тиҙҙән 19 йәш тула. Йыл ярым бер ҡыҙ менән осраша. Осраша тиһәң дә инде... Ул беҙҙә йәшәй тиерлек. Аҙнаһына биш-алты көн беҙҙә ҡуна. Улымдың үҙ бүлмәһе булһа ла, был минең асыуымды килтерә. Улым менән осрашып, бергәләп йөрөп килгәндән һуң өйөнә ҡайтып ҡунырға ярамаймы ни? Ошоноң арҡаһында ирем менән әрләшә башланыҡ, сөнки өйҙә һәр ваҡыт ят кеше.
Иртән улым эшкә китә, ә ул төшкә тиклем йоҡлай, унан һуң бүлмәлә уны көтөп ултыра. Шунда ашайҙар, әммә арттарынан йыйыштырмайҙар.
Улыма был турала әйтһәм — үпкәләй. Колледждан һуң уға армияға барырға кәрәк буласаҡ. Был ҡыҙ уны беҙҙә көтмәйәсәк, ә «съемный» торлаҡ өсөн, улым ҡайтҡансы ғына булһа ла, түләргә йыйынмайым.
Бөгөн: «Өйөңә ҡайтмайһыңмы ни? Әллә һине ҡыуып сығарҙылармы? Миңә дауаханаға барырға кәрәк. Өйҙө ят кешегә ҡалдырып китә алмайым», — тинем. Күҙҙәрен аҡшайтып ҡарап тик ултыра. Әлбәттә, мин дауаханаға бара алманым. Нисек был хәлдән ҡотолорға?" - тип кәңәш һорап яҙған ул.
Был осраҡта үҙ проблемаһын яҙған әсәйгә ниндәй кәңәш бирер инегеҙ? Комментарийҙарға яҙығыҙ әле.
Кәримә Усманова фотоһы.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!