

Өфөләге "Динамо" спорт комплексында Башҡортостандың халыҡ артисы, легендар диктор Әхәт Мортазиндың иҫтәлегенә волейбол уйыны башланды. Турнирҙа радио, телевидение хәбәрселәре һәм баҫма мәғлүмәт саралары вәкилдәре үҙ-ара көс һынаша.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: бындай сәмле спорт уйыны традицияға әйләнде, ул йыл да апрелдә уҙғарыла. Әйткәндәй, тыумышы менән Учалы районының Яңы Байрамғол ауылынан булған Әхәт Мортазин волейбол командаһының алмаштырғыһыҙ капитаны булды.
Кем көслөрәк һәм етеҙерәк булыр? Сос команда тиҙҙән асыҡланыр.
Фото: Башҡортостан Журналистар союзы.