

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда "Башҡортостандың рустар соборы" республика йәмәғәт ойошмаһы "Рәсәй традицион рухи-әхлаҡи ҡиммәттәр – Башҡортостан халыҡтарының берҙәмлек нигеҙе" (беренсе секция) тип аталған конференция уҙғарҙы. Сара Президент Владимир Путиндың 2026 йылды иғлан иткән Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына арналды.
Башҡортостан буйынса "Ватанды һаҡлаусылар" дәүләт фонды филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина билдәләүенсә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың барыһы ла герой, уларҙың батырлыҡтары мәңгелек, бигерәк тә үҫеп килеүсе йәш быуынға маяҡ ролен үтәй. Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы МХО ветераны Олег Мөфтәхетдиновты барыһы ла өлгө итеп ҡуйҙы.
Әйткәндәй, Олег Фәнис улы үҙенең тормош юлы менән таныштырҙы. Илебеҙгә ҡурҡыныс янағанда, ике уйламай Ватанды һаҡларға ашыҡҡан. Әле тыныс тормошта ла юғалып ҡалмаған, йәмәғәт сараларының уртаһында ҡайнай, спорт менән дуҫ.
Бынан тыш журналист Инга Юмашева, ғалимә һәм ирекмән Юлиә Шишкова һәм башҡалар сығыш яһаны.
"Күп милләтле Башҡортостан: мәҙәни мираҫты һаҡлауҙа милләт-ара диалогтың роле; милләт-ара аңлашыусанлыҡты нығытыуҙа һәм уртаҡ мәҙәни үҫештә эш алымдары" тигән икенсе секцияла ла һөйләшеү ҡыҙыҡ барҙы.
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.