Йәмғиәт
17 Апрель , 16:15

Көсөбөҙ күп милләтле булыуыбыҙҙа сағыла

“Башҡортостан рустары соборы”ның йыйылышында ошондай фекерҙәр яңғыраны.

Көсөбөҙ күп милләтле булыуыбыҙҙа сағылаКөсөбөҙ күп милләтле булыуыбыҙҙа сағыла
Көсөбөҙ күп милләтле булыуыбыҙҙа сағыла

Бөгөн Өфөлә Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына арнап “Башҡортостан рустары соборы”ның конференцияһы үтте. Уның төп темаһы “Рәсәйҙең традицион рухи-әхлаҡи ҡиммәттәре – Башҡортостан халыҡтарының берҙәмлегенең нигеҙе” ине.

Конференцияла дәүләт власы органдары, дини ойошмалар, фәнни һәм педагогия берләшмәләре, төрлө йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре һәм башҡа ҡунаҡтар булды.  

Сарала Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров ҡатнашты. Үҙенең сығышында ул 1998 йылда ойошторолғандан алып, был төбәк ойошмаһы дәүләтебеҙҙең милли сәйәсәтенең мөһим бурыстарын үтәгәндә терәк булып тороуын билдәләне. 160-тан ашыу милләт төйәк иткән республикала милләт-ара һәм конфессия-ара донъяны нығытыу буйынса көндәлек эш алып барылыуын белдерҙе.

Премьер-министр сығышының аҙағында Йәмәғәт ойошмаһы ағзаларына дәүләт һәм хөкүмәт наградаларын тапшырҙы.

Әйтергә кәрәк, йыл һайын был ойошма республикабыҙҙың, илебеҙҙең мәҙәни тормошо өсөн мөһим саралар уҙғара. Улар төрлө халыҡ вәкилдәрен берләштерә.

Башҡортостан рустары соборы аппараты етәксеһе Павел Васильев ойошманың үткән йылдағы эш һөҙөмтәләре тураһында һөйләне. Эшмәкәрлектең мөһим йүнәлештәре – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү, рус телен һаҡлау һәм үҫтереү, йәштәргә әхлаҡи һәм илһөйәрлек тәрбиәһе биреү, ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу. Үткән йыл эсендә ике меңдән ашыу сара ойошторолған. Улар араһында фәнни-ғәмәли конференциялар, уҡытыу семинарҙары, әҙәби конкурстар, музыка фестивалдәре, йәштәр форумдары бар.

Башҡортостан рустары соборы йәштәр менән эшләүгә айырыуса ҙур иғтибар бирә. Мәктәп уҡыусыларына, студенттарға Ватан һәм тыуған төйәк тарихына хөрмәт йәштән һалына, телгә һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләнә.

Ойошманың махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеүе тураһында ла күп миҫалдар килтерелде.

Көсөбөҙҙөң күп милләтле булыуҙа, үҙ-ара аңлашып, берҙәм йәшәүҙә икәнлегенә йәнә бер инанды конференцияла ҡатнашыусылар.

Автор фотолары.

 

 

 

 

 

 

Көсөбөҙ күп милләтле булыуыбыҙҙа сағыла
Көсөбөҙ күп милләтле булыуыбыҙҙа сағыла
Көсөбөҙ күп милләтле булыуыбыҙҙа сағыла
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас