

Бөгөн Башҡортостанда Милли кейем көнө билдәләнә. Датаны төбәктә 2020 йылдан ике тапҡыр – апрелдең өсөнсө һәм сентябрҙең икенсе йомаһында уҙғаралар.
Традицион халыҡ кейеме һәр ваҡыт тарихи, этнографик, социологик һәм фәнни күҙлектән йәмәғәтселек өсөн ҡыҙыҡлы булып ҡала, мәҙәниәтебеҙҙең мөһим өлөшө булып тора. Шуныһы шатлыҡлы: милли кейем бөгөн дә көнүҙәклеген юғалтмаған һәм күптәрҙе ҡыҙыҡһындыра, илһамландыра. Мәҫәлән, күп алдынғы модельерҙар үҙ коллекцияларында халыҡ костюмы элементтарын ҡуллана, уның мотивтары буйынса коллекциялар булдыра. Тағы ла шуныһы: милли кейем менән этнографтар, тарихсылар, сәнғәт белгестәренән тыш, ябай халыҡ та ҡыҙыҡһына: улар араһында милли кейемде тегеүселәр, кейеүселәр, таратыусылар бихисап.
Бының сере ябай: милли кейем – һәр халыҡтың үҙенсәлеген сағылдырыуҙың бер ысулы булып тора. Халыҡ хәтерен һаҡлаусы, милләттең рухын, намыҫын, көнкүрешен һәм эстетик традицияларын, элекке быуындарҙың үҙенсәлекле мәҙәниәтен һәм сәнғәтен туранан-тура бөгөнгө осорға еткереүсе ғәмәл дә ул. Һәр быуындың бурысы – милли-мәҙәни ҡиммәттәрҙе һаҡлап, артабан тапшырыу, традицион милли кейем аша милләт-ара аралашыу мәҙәниәтен тәрбиәләү.
Шуныһы ҡыуаныслы: заман ни тиклем үҙгәрмәһен, быуаттар төпкөлөнән атай-бабалар рухын еткергән кейем һәм биҙәү элементтары бөгөн дә көнүҙәк булып ҡала. Милли кейем көнөндә генә түгел, башҡа сараларҙа, көндәлек тормошта ла милли кейем йәки уның элемменттарын ҡулланыу халыҡ хәтере тәрән һәм юйылмаҫ икәнлеген иҫбатлай.
Мәҫәлән, күптән түгел Өфөлә “Айыҡ ауыл” республика конкурсының сираттағы этабы үтте. Ҡатнашыусылар – республикабыҙҙың төрлө райондары вәкилдәре презентацияларын яҡланы, дүрт көн дауамында эксперт комиссияһы (составына профилле министрлыҡтар һәм ведомстволар вәкилдәре инә) уларҙың проекттарын баһаланы. Шундай етди һәм ҡатмарлы бәйге этабы ла милли мәҙәниәттәрҙең үҙенсәлекле мозаикаһына әүерелде. Быйыл “Айыҡ ауыл” исеменә республиканың 52 тораҡ пункты дәғүә итә. Улар араһында башҡорт, рус, татар, сыуаш, удмурт, мари, мордва милләттәре күпләп йәшәгән ауылдар бар. “Башҡортостан” дәүләт концерт залында үткән сараға ҡатнашыусыларҙың күбеһе милли кейемдәрҙә килгәйне.
Миҫалдарға туҡталайыҡ. Архангел районынан оҫтабикә Фәнисә Гольцова менән әңгәмәләшеп өлгөрҙөк. Халҡыбыҙҙың сағыу милли кейемендә килгән ханым Орловка ауыл мәҙәниәт йортоноң "Мозаика" халыҡ биҙәү-ҡулланма сәнғәте клубы менән етәкселек итә. Фәнисә Фәрит ҡыҙы 20 йылға яҡын туҡыусылыҡ менән шөғөлләнә һәм урындағы балаларҙы ла өйрәтә. Ире Алексей Николаевич туҡыу өсөн станоктар эшләй һәм ойоштороу мәсьәләләрен хәл итә. Әйткәндәй, һөнәр оҫталығы Гольцовтар ғаиләһендә ике яҡтан да килә: өләсәйҙәре билдәле ҡул оҫталары булған. Уларҙың кейемдәре, туҡылған таҫтамалдары, өҫтәл япмалары бөгөнгө тиклем һаҡланған. Фәнисә ханымдың өлкән ҡыҙы Эльвира ла туҡыу эшен үҙ итә, Ырымбур өлкәһенең Медногорск ҡалаһында уҡыта.
Фәнисә Фәрит ҡыҙы тарихи-мәҙәни мираҫты һаҡлауға, халыҡ ижадын популярлаштырыуға һәм үҫтереүгә тос өлөш индерә. Келәм туҡыуҙы тергеҙеү буйынса семинарҙар, оҫталыҡ дәрестәре үткәрә. Уның эштәре күптән Архангел районының брендына әүерелгән. Фәнисә Гольцова, шулай уҡ, төрлө фестивалдәрҙә һәм конкурстарҙа ҡатнашып, бик күп наградалар, почет грамоталар яулаған. Ә 2021 йылда уға "Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре" исеме бирелгән.
Балаҡатай, Мәсетле Ҡыйғы, Мәсетле, Салауат райондары вәкилдәре иһә йыл да төньяҡ-көнсығышта таралған үҙенсәлекле халыҡ сәнғәте төрөн – тамбурлы сигеү өлгөләрен күрһәтә. Күп төҫлө, сағыу үҫемлек һәм геометрик биҙәктәр менән биҙәлгән алъяпҡыстар, күлдәктәр һәм таҫтамалдар күҙҙең яуын ала һәм башҡорт халҡының мәҙәниәте ни тиклем бай икәнлеген тағы берҙе иҫбатлай.
Фойела Ейәнсура районының Өмбәт ауылы ҡатын-ҡыҙҙары Таңһылыу Дилембәтова һәм Земфира Әбделғужина менән дә һөйләшеп өлгөрҙөк. Көньяҡ башҡорттары милли кейемендә булған гүзәл заттар иңдәренә нескәнән нескә мамыҡ шәл ябынған. Һис шикһеҙ, был да милли кейем һәм йолалар символы: ул төбәктең ҡатын-ҡыҙҙары борон-борондан шәл бәйләп дан яулаған. Шуға ла шәл – бындағы мәҙәниәтттең һәм милли кейемдең айырылғыһыҙ өлөшө, район бренды.
Тәтешле районының Бәләкәй Бәлзүгә ауылы быйыл “Айыҡ ауыл” бәйгеһендә икенсе тапҡыр ҡатнаша. 18-се быуаттан удмурттар төбәкләнгән ауылда 250 тирәһе кеше йәшәй, милли мәҙәниәттәрен, телдәрен һаҡлай. Уларҙың милли кейеме лә үҙенсәлекле, шул уҡ ваҡытта Яңауыл районы Иҫке Вәрәш ауылынан килгән удмурттарҙыҡынан айырылып тора. Әйткәндәй, улар үҙ-ара аралашып йәшәй, бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөй, уртаҡ саралар ойоштора. Мәжүсилек диненә инанған, урманға һәм ҡояшҡа табынған удмурттар ҙа – Башҡортостан халыҡтары мәҙәниәтенең сағыу бер өлөшө.
Ауырғазы районының Татар Нуғаҙағы ауылында төрлө милләт вәкилдәре йәшәй, шул иҫәптән сыуаштар ҙа. Уҡытыусы Нелля Шибанова “Айыҡ ауыл” бәйгеһе этабына фәҡәт кейәүҙәге сыуаш ҡатын-ҡыҙҙары кейгән, уларҙың ғаиләһендә быуындан-быуынға тапшырыла килгән күркәм милли кейемдә килгәйне. “Хушпу” тип аталған баш кейеме – ғорурлыҡ өлгөһө, ул ҡатмарлы биҙәкле, сағыу, йыраҡтан уҡ күҙгә ташлана.
– Был хушпуны беҙ күҙ ҡараһылай һаҡлайбыҙ, сөнки ул – тарихыбыҙ сағылышы. Белеүесмсә, ҡомартҡы 18-се быуаттан зат-зәүеребеҙҙәге ҡатындарға тапшырыла килә, унда ҡулланылған тәңкәләр Иван Грозный әсәһе заманынан ҡалған, 16 – 18-се быуат тәңкәләре бар. Кейгән күлдәгем – етендән, ул көндәлек ҡулланыу өсөн. Ә байрам күлдәге ҡыҙылдан булырға тейеш, – ти Нелля Капитоновна.
Ҡалтасы районының Кәкүш ауыл халҡы ла тәжрибәле – “Айыҡ ауыл” бәйгеһендә өсөнсө тапҡыр көс һынай. Мари халҡы дәртле, йыр-моңға әүәҫ, бейеп ебәрергә лә күп һорамай. Төрлө төҫтәге сағыу милли кейемдәре менән йыраҡтан уҡ күҙгә ташланып торалар. Был юлы ла, проекттарын яҡлағас, улар фойела мари телендә йырлап та, бейеп тә күрһәтте. Ауыл командаһы араһында телен, мәҙәниәтен белгән йәштәрҙең һәм балаларҙың күп булыуы кәкүштәргә ҡарата икеләтә хөрмәт уята.
Бындай миҫалдар бик күп, иң мөһиме – Башҡортостан халыҡтары берҙәм, дуҫ һәм татыу йәшәүҙең сағыу өлгөһөн күрһәтә. Шул уҡ “Айыҡ ауыл” конкурсында еңеү өсөн дә тәүге сиратта, берҙәмлек һәм уртаҡ маҡсатлылыҡ мөһим. Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылында республикабыҙҙың күп сағылышлы күркәм халыҡтары менән ысын күңелдән ғорурлана алабыҙ – ҙур конкурс йылдан-йыл шуны иҫбатлай һәм ысын мәғәнәһендә халыҡ хәрәкәтенә әүерелде.
Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА.
Фото: Рәмил Нафиҡов.