

Апһындар татыу булһа, аш етә, ти халыҡ мәҡәле. Апһын-килендәштәр үҙ-ара татыу булһа, ғаиләнең нигеҙе ныҡлы, нәҫел–нәсәбе көслө була, балалары араһында ла туғанлыҡ хисе иң тәүге урынға ҡуйыла. Йәмғиәтебеҙҙең ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауға тап ундай ғаиләләр өлгө булып тора.
Баймаҡ районы Һәмән ауылында ут күрше генә булып йәшәгән Фәриҙә һәм Гөлгөнә Асҡаровтар үҙҙәренең татыулығы һәм бөгөнгә тиклем бергә аралашып йәшәүҙәре менән иғтибарға һәм оло хөрмәткә лайыҡ. Әйткәндәй, апһындарҙың икеһе лә им-том менән шөғөлләнә. Фәриҙә Асҡарова сабыйҙарҙың өсйәнен имләй, ҡот ҡоя, мейе ҡаға, ә Гөлгөнә Шәриф ҡыҙы ноҡот һала.
Өлкән әсәһеннә им-томға өйрәнгән
Килендәше менән татыу һәм дуҫ йәшәүенең сәбәбен һорашҡас, Фәриҙә Ғәлимйән ҡыҙы: “Ҡәйнешемде бала саҡтан үҙем үҫтереп алдым, шуға күрә киленем дә, ҡәйнешем дә бик шәптәр”,–тип йылмайҙы. Беҙҙең һораулы ҡарашты күреп, әңгәмәсем үҙенең тормош ебен һүтте.
—Үҙем Әбйәлил районы Шаҙағай ауылында тыуып үҫтем. Әле ул ауыл юҡ. 18 йәшемдә генә белмәгән-күрмәгән кешегә кейәүгә сыҡтым. Иремдең ата әсәләре, туғандары Мәғниткә (Авторҙан: Магнитогорск ҡалаһы) барған саҡта, беҙҙең өйгә туҡтала торғайны. Ауылдарынан киләләр ҙә, йоҡлап иртәгәһенә Мәғнит баҙарына барып йәнә килеп, ҡуна ҡалып, ҡайтыр инеләр. Шунда мине күргәндәр инде (йылмая) Ҡоралай кеүек һикергеләп йөрөгәнмендер, колхозда фермала эшләй инем. Бер кис ферманан эштән ҡайтып инһәм, ата-әсәйемдең таныштары һөйләшергә килгән. Егет минең менән күреп аралашырға теләй, мин ҡасам шул. Шулай бер нисә тапҡыр килделәр. Әсәйем ҡаты ғына итеп “риза булһаң, әйт барырыңды, риза булмаһаң, егетте ыҙалатып йөрөтмә, Ирәндек аша артылдырып”, – тигәс кенә ризалаштым. 10 балалы ғаиләгә 11–се бала булып килен булып төштөм. Ҡайным – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, яраланып ҡайтҡан. Бер-береһенән бәләкәй 10 бала. 1961 йылда килен булып төштөм, ҡайным 1962 йылда үлеп ҡалды. Беҙҙең ҡулда биш бала ҡалды. Йәғәфәр Свердловкиҙа уҡый ине, Батыр – бишенселә, игеҙәк ҡыҙҙары – Алма менән Хөрмә икенселә, кинйәкәйҙәре Ғәйниә беренсе класта була. Үҙебеҙҙең балалар кеүек ҡараныҡ, туйҙар үткәреп, эйәле-башлы иттек. Батыр ҡәйнешемдең килене ул Гөлгөнә апһыным.
Иремдең туғандарын ҡарап, мәж килеп йәшәп ятабыҙ, үҙебеҙҙең балалар юҡ. Иремә әйткеләп ҡарайым: “Быларын үҫтерәйек әле”,–ти ҙә ҡуя. Бергә йәшәүгә лә туғыҙ йыл булып китте. Киттек бер мәл, Манһыр ауылына Мөжәүир хәҙрәткә, ул саҡта барыһы ла тигәндәй Мәжәүир олатайға өшкөрөлөргә, дауаланырға йөрөй ине. Беҙгә лә сәбәбе шул булдымы, әллә шифаһы тейҙеме, күп тә үтмәй улыбыҙ Мораҙым тыуҙы, аҙаҡ ҡустыһы Әмир донъяға килде,–ти Фәриҙә инәй.
Әйткәндәй, улы Әмирҙең улы Илгиз махсус хәрби операция башланғас та өлөшләтә мобилизацияға эләгеп, яуҙа ҡатнаша. Алдынғы һыҙыҡта була, 2024 йылда ҡаты яраланып, тыуған яғына ҡайта. Ғаиләһе менән Сибай ҡалаһында йәшәй, II төркөм инвалиды.
Фәриҙә Ғәлимйән ҡыҙының им–том менән булышыуы бәләкәйҙән килә тиһәк тә була. Атаһының ике кәләше була. 19 йәшлек егеткә ағаһының тол ҡатынын алып бирәләр. Баҡырүҙәктә алтын йыуған саҡта икенсе ҡыҙ менән таныша һәм уны икенселеккә ҡатынлыҡҡа ала. Икенсе ҡатынынан дүрт бала – ике ҡыҙ һәм ике ул донъяға килә. Шуға күрә Фәриҙә инәй ике әсәйле булып, Мостай Кәрим яҙғанса, Өлкән һәм Бәләкәй әсәйҙәре янында үҫә. “Атайым да әсәйем мейе ҡаҡты, Өлкән әсәйҙән мейе ҡағырға, ҡот ҡойорға өйрәндем”,–ти имсе инәй.
Элек–электән башҡорт халҡы им–том итеү, арбау, ноҡот һалыу, ҡот ҡойоу, төш юрау кеүек инандырыуға ҡоролған дауа төрҙәрен үҙаллы йәки халыҡ медицинаһының башҡа ысул– саралары менән бергә яраштырып ҡулланған. Дауалау магияһының үҙ белгестәре, шуның менән генә шөғөлләнгән табиптары булған, уларҙы арбаусылар, ноҡотсолар, ҡот ҡойоусылар, имсе-бағымсылар, быуын ултыртыусылар, бабалар (сөннәтләүселәр), кендек әбейҙәре тип йөрөткәндәр. Башҡорт халҡының ырымдар, имдәр ярҙамында дауалауы тураһында тәүге мәғлүмәтте 1773 йылда П.С. Паллас яҙып ҡалдырған.
Халыҡ күңелен дауалаусылар һәм кендек инәйҙәре төрлө йүнәлештә эш итеүҙәренә ҡарамаҫтан, барыһы ла халыҡтың сәләмәтлеге өсөн башҡарылған. Бөгөн медицина ни тиклем көслө булһа ла, халыҡ табиптарына мөрәжәғәт итеүселәр әле лә бар.
Мейе ҡағыу–халҡыбыҙҙың боронғо дауалау ысулдарының береһе һанала. Күп ауылдарҙа мейе ҡаҡҡан (төшөргән) инәйҙәр булған. Күптәр уны мейеһе төшкән,ауған,шылған тиҙәр. Бындай осраҡта күңел болғана, баш әйләнә. Бағымсылар мейеңде үлсәп, ҡағып ебәрһә, шунда уҡ күҙҙәр асылып киткәндәй була. Миңә үҙемә лә бер нисә тапҡыр тайып йығылып, мейемде төшөрөп, имселәргә мөрәжәғәт иткәнем бар.
83 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, "мейеләрен ҡағырға теләүселәрҙең береһенә лә юҡ тимәйем, барыһын да ҡабул итәм. Сабыйҙарҙы нисек йәлләмәй, кире бораһың",–ти Фәриҙә инәй ҙә.Имсе инәйгә Баймаҡ районынан ғына түгел, күрше Әбйәлил, Күгәрсен, Йылайыр райондарынан, хатта Магнитогорск, Өфө ҡалаһынан килеүселәр күп.
Доғалар уҡып, мейе ҡағып, сабыйҙарҙың өсйәнен имләгән, ҡот ҡойған инәйҙең ҡылған изге ғәмәлдәре барыһына ла килешһен, ҡулдарының шифаһын бирһен.
Малдары юғалһа, Гөлгөнә инәйгә баралар
Күршеһендә генә йәшәгән Гөлгөнә апһыны ноҡот һала. Ҡайһы саҡта ситтән килеүселәр бер–береһенең йорттарын яңылышып та ҡуялар.
Тормош иптәше Батыр Асҡаров менән өс бала үҫтерәләр, әле дүрт ейән–ейәнсәргә бәхетле өләсәй. Ноҡот һалырға өләсәйенән өйрәнә, ауылдаштары күпселек малдары йә иһә ниндәйҙер әйбере юғалһа, уға мөрәжәғәт итә.
—Ноҡот һалыуҙы күңелем ҡушыуы, ауылдаштарым үтенеп һорап килһә генә һалам,–ти әңгәмәсем. — Уларҙың күбеһе төшөнкөлөккә бирелеп, аптырғандан да килә. Шундай ваҡытта нисек уларҙы кире бороп сығарырға. Таштарымды алып, улар нимә әйтә, шуны еткерәм. Кемдер ҡыуанып, малын йәки әйберен табып, ҡайтанан килеп рәхмәттәр әйтеп китә.
Кемдер халҡыбыҙҙың боронғо им–томдарын инҡар итә, әммә шуны оноторға кәрәкмәй: элек–электән халҡыбыҙ араһында шифалы доғалары менән өшкөргән, имләгән, ҡот ҡойған, бүҫер ҡыуған, быуын ултыртҡан, мейе ҡаҡҡан, эс һылаған, һөлөк һалған, ҡот ҡойған, ноҡот һалған кешеләр һәм кендек инәйҙәре булған. Улар төрлө йүнәлештә эш итеп, барыһы ла халыҡтың сәләмәтлеге өсөн башҡарылған. Медицина ни тиклем көслө булһа ла, халыҡ дауалаусыларына, имселәренә мөрәжәғәт итеүселәр әле лә бар. Халыҡ им-томсоларына мөрәжәғәт итеүселәрҙең асыҡ миҫалы ике апһын – Фәриҙә һәм Гөлгөнә Асҡаровалар тап шундайҙар.
Алдан яҙып үтеүемсә, апһындар татыу булһа, аш етә, ти халыҡ мәҡәле. Был һүҙҙәргә тағы ла шуны өҫтәр инем: апһындар бер уйҙан, бер теләктән булһа, йәнә икеһе лә матур йырлаһа, аш та етә, табындар ҙа мул була, күңелдәре тулы йыр–моңға тулып, йәшәйештәре матур, үҙҙәре татыу, күңелдәре һәр саҡ йәш ҡала.
Автор фотолары.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!
ИҪКӘРМӘ: Фотоларҙы һәм мәҡәләне авторҙың рөхсәтенән тыш башҡа пабликтарға, гәзит -журналдарҙың сайтына алыу ТЫЙЫЛА!