

Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры Азат Бадранов "Бәйләнештә" социаль селтәрендә түбәндәге яңылығы менән уртаҡлашҡан.
– Тотош илебеҙҙәге шикелле, беҙҙең республикабыҙҙа иң мөһим ҡиммәттәр, әлбиттә, кешеләр, – тигән Азат Шамил улы. – Улар йәшәгән, йәшәй һәм йәшәйәсәк. Шундай хөрмәтле өфөләрҙең береһе, минеңсә, Михаил Чванов. Яҙмышы ғәжәп итерлек, ул тәрән фекер йөрөтә, аралашыу даирәһе киң. Рус яҙыусыһы, ниндәйҙер кимәлдә хатта дыуамал да, уның ҡарауы, һәр яҡлап та алға этәреүсе. Әгәр ул булмаһа, кешелек Аксаковтың йорт-музейын, Альбанов исемендәге ҡотопсолар музейын күрмәгән дә булыр ине. Бына шулай, ул - Рәсәйҙең патриоты.
Азат Бадранов әйтеүенсә, ул Михаил Андреевич менән дуҫлыҡ йылдарын ҡәҙерләп һаҡлай. Уның менән бергә сәй эскән саҡтарҙы, әҙиптең һөйләгәндәрен тыңлауҙы бер нисек тә оноторлоҡ түгел.
–Моғайын да, ошо ваҡыт иң сағыу ваҡиға буласаҡ, юҡ, киләсәктә осрашҡанда тағы ла ҡыҙыҡлыраҡтары көтәсәк, – тигән Азат Бадранов.
Фото: Азат Бадранов.