Йәмғиәт
19 Апрель , 05:50

Банандан тәмлекәс

15 минут эсендә бик үҙенсәлекле тәмлекәс бешерергә мөмкин!

Банандан тәмлекәсБанандан тәмлекәс
Банандан тәмлекәс

Бының өсөн кәрәк:

*4-5 банан
*100 миллилитр һөт
*5-6 аш ҡалағы он
*1 йомортҡа
*1 аш ҡалағы шәкәр ҡомо
*1/4 балғалаҡ тоҙ
*1/2 балғалаҡ (бер балғалаҡ уксуста яндырылған) сода
*Бешереү өсөн көнбағыш майы.

Туҫтаҡҡа бар ингредиенттарҙы яйлап һала барып, кляр эшләргә. Бананды киҫәктәргә бүлеп, клярға манып ҡайнар майҙа бешереп алырға.
Бик тәмле, ауыҙҙа иреп торған десерт килеп сыға.

Ризыҡтарығыҙ тәмле булһын!

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ! 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас