Йәмғиәт
18 Апреля , 20:05

Тыуған яғына йәм өҫтәргә тырыша

Гәзитебеҙ төркөмөндә барған “Иң яҡшы ауыл биләмәһе башлығы” конкурсында ҡатнашыусыбыҙ – Благовар районы Ҡарғалы ауыл биләмәһе башлығы Илфир Ишбулатов менән яҡынданыраҡ таныштырабыҙ.

Тыуған яғына йәм өҫтәргә тырышаТыуған яғына йәм өҫтәргә тырыша
Тыуған яғына йәм өҫтәргә тырыша

Илфир Рәшит улы вазифаһын әҙ ҙә түгел, күп тә түгел – һигеҙ йыл алып бара. Ике юғары уҡыу йортон – М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын һәм Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлаған йәш белгестең баш ҡалала йәшәү-эшләү мөмкинлеге булһа ла, ул үҙ ваҡытында тыуған яғына ҡайтып төпләнеп, уны үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерергә хәл иткән.

Ауыл биләмәһе башлығы вазифаһындағы әллә ни күп булмаған ваҡыт эсендә Илфир Рәшит улының тырышлығы менән ауыл биләмәһен үҫтереүгә өҫтәмә аҡса йәлеп ителгән. 2019, 2020 йылдарҙа республиканың урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһында (ППМИ) ҡатнашыу уңышлы булһа, 2021 йылда “Айыҡ ауыл”да өсөнсө урынға лайыҡ була Ҡарғалы ауылы халҡы. Матди ярҙам ауыл биләмәһенә ҡараған бөтә ауылда ла балаларға һәм үҫмерҙәргә уйын майҙансыҡтары ҡуйыуға йүнәлтелә, әле мәҙәниәт һәм ял паркы төҙөлә.

Хәрби самбо буйынса Рәсәй спорт мастерлығына кандидат дәрәжәһе йөрөткән етәксе спортҡа булған һөйөүен балаларға ла һалырға тырыша: 2019 йылда Илфир Рәшит улы идеяһы менән ауыл биләмәһе үҙәге Үрге Ҡарғалылағы төп дөйөм белем биреү мәктәбендә самбо буйынса секция эшләй башлаған. Әйткәндәй, ул үҙе – биш бала атаһы ла.

“Ауыл биләмәһе халҡы мәнфәғәттәре – етәксе өсөн иң әһәмиәтлеһе. Ул тырыш, әҙәпле, кешеләргә иғтибарлы, мәсьәләләрҙе хәл иткәндә “алтын урталыҡ” алымдарын һайлай, ижади ҡарашлы, киләсәктәге мөмкинлектәрҙе алдан күреп эш итергә ынтыла. Тыуған яғыбыҙ өсөн ихлас көс түккән, тынғыһыҙ хеҙмәт иткән етәксебеҙҙән өлгө алабыҙ, хөрмәт итәбеҙ”, – ти уның хаҡында ауылдаштары.

Конкурсантыбыҙ өсөн тауыш бирегеҙ, дуҫтар! Бының өсөн https://vk.com/app7198399_-104965500#poll69dd102d2949ef096060b45e һылтанмаһы аша үтергә кәрәк.

Фотолар – Ҡарғалы ауыл биләмәһе төркөмөнән.

 

Тыуған яғына йәм өҫтәргә тырыша
Тыуған яғына йәм өҫтәргә тырыша
Тыуған яғына йәм өҫтәргә тырыша
Тыуған яғына йәм өҫтәргә тырыша
Тыуған яғына йәм өҫтәргә тырыша
Тыуған яғына йәм өҫтәргә тырыша
Тыуған яғына йәм өҫтәргә тырыша
Тыуған яғына йәм өҫтәргә тырыша
Тыуған яғына йәм өҫтәргә тырыша
Тыуған яғына йәм өҫтәргә тырыша
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас