Йәмғиәт
20 Апреля , 10:45

"Мәскәү һылыуҡайы - 2026" билдәле булды

Конкурс ете ҡатнашыусыны — Мәскәүҙең алдынғы юғары уҡыу йорттарында белем алыусы башҡорт йәштәре вәкилдәрен берләштерҙе. Финалда ҡыҙҙар үҙҙәре менән таныштырҙы, милли мәҙәниәт буйынса белемен, ижади һәләттәрен, сәхнә оҫталығын күрһәтте. 

"Мәскәү һылыуҡайы - 2026" билдәле булды"Мәскәү һылыуҡайы - 2026" билдәле булды
"Мәскәү һылыуҡайы - 2026" билдәле булды

Мәскәүҙә «Братеево» мәҙәни үҙәге менән берлектә Илнур Исламғолов, Фиоза Миңлебаева һәм Илфат Әмировтың булышлығында «Мәскәү һылыуҡайы – 2026» матурлыҡ һәм талант конкурсы үтте.

Конкурс ете ҡатнашыусыны — Мәскәүҙең алдынғы юғары уҡыу йорттарында белем алыусы башҡорт йәштәре вәкилдәрен берләштерҙе. Финалда ҡыҙҙар үҙҙәре менән таныштырҙы, милли мәҙәниәт буйынса белемен, ижади һәләттәрен, сәхнә оҫталығын күрһәтте.

Конкурс йомғаҡтары буйынса Ленара Солтанова (Балтас районы, Рәсәй медицина университеты) «Мәскәү һылыуҡайы-2026» конкурсының гран-приһын яуланы. 1-се «Мәскәү һылыуҡайы-2026» титулы Полина Яковлеваға (Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институты, Шишмә районы) бирелде. 2-се «Мәскәү һылыуҡайы-2026» титулына Лина Хафизова лайыҡ булды (Өфө ҡалаһы, М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты).

Сараны Башҡортостан Республикаһының РФ Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге булышлығында Башҡортостан Республикаһы студенттары Һәм аспиранттары ассоциацияһы ойошторҙо.

Конкурс Башҡортостан Республикаһынан ситтә йәшәгән йәштәр араһында башҡорт телен, мәҙәниәтен һәм милли традицияларын һаҡлауға һәм популярлаштырыуға, шулай уҡ әүҙем студенттар мөхитенә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән.

Альбина Сәрүәретдинова тексы.

Ассоциацияның матбуғат хеҙмәте фотоһы.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!       

 

"Мәскәү һылыуҡайы - 2026" билдәле булды
"Мәскәү һылыуҡайы - 2026" билдәле булды
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас