Йәмғиәт
20 Апрель , 10:00

Майҙа республика халҡын өс ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә

Был ҡайһы ваҡытҡа тура киләсәк?

Майҙа республика халҡын өс ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтәМайҙа республика халҡын өс ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә
Майҙа республика халҡын өс ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә

 Май - байрамдарға бай ай. 

1 Май йомаға тура килә. Биш көнлөк эш аҙнаһында хеҙмәткәрҙәр өс көн рәттән — 1, 2 һәм 3 майҙа ял итә.

Кесаҙна, 30 апрелдә, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара.

Еңеү көнө 9 май шәмбегә тура килә, шуға бәйле ял көнө дүшәмбегә, 11 майға күсерелә. Республика халҡын ял көндәре 9 – 11 майҙа көтә. Йома, 8 майҙа, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡартыла.

27 майҙа Башҡортостан халҡы Ҡорбан байрамын билдәләй. Байрам көнө шаршамбыға тура килә.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас