

21 апрелдә Урындағы үҙидара органдары хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләй. Ошо айҡанлы Дәүләкән районы хакимиәтендә муниципаль хеҙмәт ветерандары менән осрашыу үтте.
Район хакимиәтенең ултырыштар залында муниципаль хеҙмәт ветерандары һәм төрлө йылдарҙағы ауыл биләмәләре хакимиәттәре булып эшләгән хеҙмәткәрҙәр йыйылды.
Осрашыу күптәрҙә тыуған яҡҡа хеҙмәт итеүгә арналған йылдар тураһында йылы хәтирәләр уятты һәм һәр кем өсөн ысын байрамға әйләнде. Саҡырылған ҡунаҡтарҙы Дәүләкән районы хакимиәте башлығы Илгиз Фәнил Улы Мөхәмәтйәнов сәләмләне.
Фото: vk.com/asmo_rb02.