

“Башҡортостан” гәзите инде бишенсе йыл рәттән “Бәйләнештә”ге төркөмөндә Урындағы үҙидара органдары хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы айҡанлы “Иң яҡшы ауыл биләмәһе башлығы” конкурсын ойоштора. Ошо йылдар дауамында республикабыҙҙың райондарынан иң уңған, шәп, булдыҡлы етәкселәр бәйге тотто.
Конкурста ҡатнашыусылар һаны йылдан-йыл арта бара. Быйыл 24 райондан һигеҙ көн дауамында республикабыҙҙың иң уңған, әүҙем, егәрле, эшлекле ауыл биләмәһе хакимиәте башлыҡтарынан бер төркөм “Иң яҡшы ауыл биләмәһе башлығы” исеме өсөн көрәште. Конкурс шарттарына ярашлы, еңеүселәрҙе билдәләү нәҡ һеҙгә – беҙҙең гәзиттең төркөмөндәге дуҫтарыбыҙға тапшырылды.
Бәйге булғас, еңеүсеһе лә була. Шулай итеп, “Башҡортостан” гәзитенең “ИҢ ЯҠШЫ АУЫЛ БИЛӘМӘҺЕ БАШЛЫҒЫ” конкурсында иң күп тауыш йыйып (https://vk.com/app7198399_-104965500#poll69dd102d2949ef096060b45e)
I урынды – Рөстәм Ҡадиров, Әбйәлил районының Йәнгел ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы,
II урынды – Булат Ҡараҙбаев, Күгәрсен районының Теләүембәт ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы,
III урынды – Азамат Алтыншин, Бөрйән районының Кейекбай ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы яуланы.
Шулай уҡ бер бәйге барышында һынатмай, еңеүселәрҙән бер аҙға ғына ҡалып, тәүге бишәү иҫәбенә ингән Дүртөйлө районының Иҫке Байыш ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Илдус Хәмиев, Мәләүез районының Аптраҡ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Фидан Юлтимеров “Лидер” номинацияһында еңеүсе тип табылды һәм ул махсус бүләк менән бүләкләнә. Улар хаҡында ла “Башҡортостан” гәзитендә мәҡәләләр донъя күрәсәк.
Беренсе урын алған конкурсантты ҙур бүләк көтә – Асҡын районындағы “Танып” шифаханаһына юллама! Икенсе урынға – Белорет районындағы “Иҙел башы” ял базаһына, өсөнсө урынға Өфө районының Бурцев ауылындағы “Аҡҡош” клиникаһына сертификаттар әҙерләнгән. Еңеүселәр хаҡында "Башҡортостан" гәзите биттәрендә ҙур мәҡәлә донъя күрәсәк, шулай уҡ уларға милли баҫманың дипломы тапшырыласаҡ.
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!
Хөрмәтле, ҡыйыу йөрәкле конкурсанттарыбыҙ, һеҙҙе Урындағы үҙидара органдары хеҙмәткәрҙәре көнө менән ихлас йөрәктән ҡотлайбыҙ! Тынғыһыҙ һәм яуаплы эшегеҙҙә уңыштар, ғаилә именлеге һәм һаулыҡ теләйбеҙ. Алдығыҙға ҡуйған барлыҡ уй-хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын! Беҙҙең гәзиттең тормошонда әүҙем ҡатнашыуығыҙ өсөн барығыҙға ла рәхмәт.
Фото: конкурста ҡатнашыусыларҙың ғаилә архивынан.