Йәмғиәт
21 Апреля , 17:20

"Мин Гөлнур булам, бала саҡтан атламайым..."

Белорет районы ҡыҙы беҙгә хәбәр ебәрҙе. Тыумыштан ҡаты ауырыуы арҡаһында үҙ аяғында атлап йөрөй алмай ул. Уның һеҙгә, кешеләргә, ҙур үтенесе бар. Был турала уҡығыҙ.

"Мин Гөлнур булам, бала саҡтан атламайым...""Мин Гөлнур булам, бала саҡтан атламайым..."
"Мин Гөлнур булам, бала саҡтан атламайым..."

"Минҽң исҽмҽм Гөлнур, ябай ауыл ҡыҙымын.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мин бала саҡтан атламайым - ДЦП менән яфаланам. Ҡыш көнө ипләп бҽр ҡайҙа ла йөрөп булмай, шуға күрә өйҙә гҽнә булырға тура килә. Тик мин ауырлыҡтарға бирҽшмәйҽм, өйҙәге эштәрҙе эшләйҽм - иҙән, һауыт-һаба йыуам, ашарға бешерәм.

Мин үҙҽмдҽ зәғиф итеп тоймайым. Минең бала саҡтан гҽл атлағым килдҽ, тәҙрәнән кҽшҽләрҙҽ күрһәм, илайым, ни өсөн минҽң тормошом шундай тип... Эх, донъя булғас, төрлөсә була шул, бҽҙ яҙмышты тҽләп алмайбыҙ. Ҡайһы саҡта уйлап ҡуям, минән дә ауырыраҡ хәлдәге кҽшҽләр бар тип. Аллаға шөкөр, үҙҽм тотоп ашай,  һөйләшә алам. 

Минҽң ҡыҙым бар, алтыным - Наҙгөлөм, әлдә гҽнә ул бәхҽтҽм бар. Ул миңә йәшәргә көс, рух өҫтәп тора. Ауыр ваҡыттарҙы оноттора.

Әсәйҽм дә гҽл гҽнә ярҙам ҡулы һуҙа, мҽң рәхмәтлҽмҽн. Әсәкәйҽм, оҙаҡ йәшә. Миңә эшләгән изгҽлҽктәрҽң уҙҽңә мҽңләтә әйләнҽп ҡайтһын. Яҡындарыма мҽң рәхмәт!" - тип яҙған Белорет районынан яҡташыбыҙ.

Гөлнурға 29 йәш. Хәҙер ул ата-әсәһенән айырым, ҡыҙы менән Межгорье ҡалаһында йәшәй. 1-се ҡатта йәшәһә лә, йортта пандус булмау сәбәпле, күбеһенсә өйҙә ултыра. Туғандары килеп, коляскаһын күтәреп тышҡа алып сыҡһа ғына урамда йөрөй, магазинға бара. Өйҙә ултырғас, күңелһеҙ, шуға күрә үҙенең блогын асҡан, кешеләр менән аралашҡыһы килә. Уның төркөмөнә яҙылыуығыҙҙы үтенә. Унда үҙе тураһында, көндәлек тормошо хаҡында күберәк видеояҙмалар ҡарарһығыҙ. Һылтанмаһы ошо: https://vk.com/club121680777

Фото: видеонан скриншот. 

"Мин Гөлнур булам, бала саҡтан атламайым..."
"Мин Гөлнур булам, бала саҡтан атламайым..."
Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас