

Өфөлә йәшәгән белореттарҙың "Артыш" яҡташтар ойошмаһы ағзалары баш ҡаланың Мосолман зыяратында ерләнгән Белорет районынан сыҡҡан арҙаҡлы шәхестәренең ҡәберҙәрен таҙартыуҙы матур йолаға әйләндерҙе.
Быйыл да "Артыш" ойошмаһы рәйесе Рәйес Исмәғилев етәкселегендәге "десант" өмәгә сыҡты. Улар Арыҫлан Мөбәрәковтың, Рәғиҙә Янбулатованың, Гөлли Мөбәрәкованың, Заһир Исмәғилевтең, Яныбай Хамматовтың ҡәберҙәрен ипкә килтереп, әруахтарға аят уҡыны, мәрхүмдәрҙе иҫкә алды. Шулай уҡ билдәле композитор Хөсәйен Әхмәтовтың ҡәберен дә йыл һайын таҙартып торалар, быйыл да уны урап үтмәнеләр.
Өфөләге Мосолман зыяратында республикабыҙҙың иң билдәле шәхестәре ерләнгән. Шулай булһа ла, унда ҡарауһыҙ торған ҡәберҙәр бик күп. Башҡа райондар ҙа "Тереләрҙең ҡәҙерен, үлеләрҙең ҡәбәрен бел!" акцияһына ҡушылып, ошонда ерләнгән билдәле яҡташтарының, үҙҙәренең остаздарының, хөрмәтле ватандаштарының ҡәберҙәрен таҙартып, сауап алһалар, ҡалай яҡшы булыр ине.
Рәмилә Мусина фотолары.