Йәмғиәт
22 Апрель , 12:25

Ирем мине ғәйепләне: "Яланғас йоҡламаҫ кәрәк ине!"

Ә бит ул ҡайтҡанда өй таҙа, ашарға бешкән була. Егеттәрҙе ашарға алып киләм, тиһә лә, өҫтәл тултырып әҙерләйем. Бына хәҙер шәрә аҙғын ҡатын булып ҡалдым...

Ирем мине ғәйепләне: "Яланғас йоҡламаҫ кәрәк ине!"Ирем мине ғәйепләне: "Яланғас йоҡламаҫ кәрәк ине!"
Ирем мине ғәйепләне: "Яланғас йоҡламаҫ кәрәк ине!"

Ҡәйнәм килеп илатып ҡайтып китте. Эх, һин дә бит ҡасандыр килен булғанһың!..

Уның килерен ирем һәр саҡ алдан әйтә ине. Был юлы миңә лә, уға ла белгертмәй килде. Мин кистән һуң ятҡас, балаларҙы мәктәпкә оҙаттым да йоҡларға яттым. Шул ваҡыт килеп инеп ҡысҡыра башланы. Мин аңламайым: кем ҡысҡыра, ниңә кергән? Ысынында иһә өй асҡысын уға ирем биргән икән. "Шәрә аҙғын ҡатын булып йоҡлап ятаһың!" - тигән ине, илай башланым. Ҡулым ҡалтырап, халатымды кейә генә алмайым бит! Әрләне лә сығып китте...

"Төшкә ҡәҙәр йоҡлап ятаһың, өйөң бардак, балаларға мәктәптән ҡайтҡас ашарҙарына юҡ! Магазин билмәне ашатырға уйлайһыңмы ни? Эшләмәйсә өйҙә ултырып", - тип һүкте генә. Ә мине ирем эштән сығарҙы. Ул төҙөлөш менән шөғөлләнә, аҡсаны яҡшы эшләй. Йыш ҡына егеттәрен ашарға алып ҡайта йәиһә эштәре туҡтамаһын өсөн уларға ашарға алып барыр кәрәк. Балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй инем. Ҡәйнә: "Кеше балаларының горшогын таҙартҡансы, иреңде, балаларыңды ҡара", - тине. Эшемде бик ярата инем.

Иремә барыһын да илай-илай һөйләнем. "Ниңә улай яланғас йоҡланың, әсәйгә шок булған", - ти. Үҙ өйөмдә бит мин, нисек теләйем - шулай йоҡлайым. Ирем әйтә: "Элек тә уйлай инем һине көнө буйы йоҡлап тик ята тип, хәҙер ышандым инде".

Улар ҡайтҡанда өй таҙа, ашарға бешкән була. Егеттәрҙе ашарға алып киләм, тиһә лә, өҫтәл тултырып әҙерләйем. Бынан тыш, баҡса, ҡош-ҡорт та минең өҫтә. Ирем менән хәҙер һөйләшмәйбеҙ. Ҡәйнәм дә балаларҙы мәктәптән үҙенә алып китә. "Әсәйегеҙ эшһеҙлектән арыған, ял итһен", - тип әйтеп ҡайтарған уларға..."

Бына шундай тарих. Был йәш ҡатынға нимә эшләргә?

 

Автор фотоһы.

Сығанаҡ: https://vk.com/wall-207197381_133661

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас