Йәмғиәт
22 Апрель , 18:20

Яңғыҙ ҡалған атайыбыҙға әбей эҙләп, күрмәгәнде күрҙек...

Атайҙы парлы итеп, үҙемсә тынысланып, Өфөгә ҡайтып киттем. Бер айҙан килеүемә тыуған йортомда хайран ҡалмалы хәл ҡаршы алды. Әбейҙәр икәү булып киткән... 

Яңғыҙ ҡалған атайыбыҙға әбей эҙләп, күрмәгәнде күрҙек...Яңғыҙ ҡалған атайыбыҙға әбей эҙләп, күрмәгәнде күрҙек...
Яңғыҙ ҡалған атайыбыҙға әбей эҙләп, күрмәгәнде күрҙек...

Әсәйебеҙ, беҙҙе ҡайғыларға һалып, ҡапыл ғына мәрхүмә булып ҡалды. Сирләй ине, әммә йәшәр тип өмөтләндек, табиптарға алып йөрөнөк, дауаханаларға һалып ҡараныҡ, әммә ауырыу көслөрәк булып сыҡты...

70 йәште яңы тултырған атайыбыҙ яңғыҙ ҡалды. Беҙ ғаиләлә өс ҡыҙ үҫтек, икәүебеҙ – Себер яҡтарында, мин Өфөлә төпләнгәнбеҙ. Атайыбыҙ шәп әле, һаулығына зарланып бармай, баҡса үҫтерә, ҡул эштәренә лә оҫта. Үҙе йомшаҡ күңелле, ихлас кеше. Әсәйебеҙҙе юғалтыуҙы бик ауыр кисерҙе, бошона, әлбиттә, әммә артабан йәшәргә кәрәк икәнен дә аңлай.

Йыл ярым тирәһе яңғыҙ йәшәгәс, “Атай, әллә өйләнәһеңме, берәй яҡшы ғына апай булһа, көңгөр-ҡаңғыр бергә йәшәр инегеҙ”, - тип өгөтләй башланыҡ. Сөнки беҙ уның янына йыш ҡайтып йөрөй алмайбыҙ, ә ул, ауылды ташлап, беҙҙең янға күсеп килергә риза түгел.

Атай юҡ тимәгәс, эргә-тирәнән әбей ҡараштыра башланым. Таныштарҙың кәңәше буйынса күрше ауылға үҙенә йәштәш бер ҡатынға барҙым. “Юҡ, миңә бабай кәрәкмәй. Уға ураған һайын ашарына бешереп, керен йыуып ултырғым килмәй. Өйөмдә бөтә шарттар бар. Ас тамағым – тыныс ҡолағым. Бер ҡап эремсек һатып алһам, ике тапҡыр ашайым”, - тип ебәрҙе.

Өс-дүрт урында юл уңманы. Әбейҙәр хәҙер яңғыҙ ғына йәшәүҙе хуп күрә икән. Беҙҙең атайға иптәш эҙләгәнде ишетеп, район үҙәгендә йәшәгән бер ҡатын “алһа, барыр инем” тип сәләм әйтеп ебәргән.

Киттем теге апайға. Ергә һеңеп тигәндәй барған, бәләкәй генә йорт. Үҙенсә йыйыштырған булған. Йомошомдо аңлатҡайным, “Ярай, әйҙә барып, танышып ҡайтайым”, тип машинама сыҡты ла ултырҙы.

Был ҡатын һүҙгә шәп булып сыҡты. Сәй янында атай менән дә һүҙҙәре беректе. “Донъяң матур! Минең бабай ғүмер буйы эсте, донъяла эше булманы. Үҙең риза булһаң, күсеп киләм”, - тип ҡуйҙы.

Шулай итеп, атайҙы әбейле итеп, үҙемсә тынысланып, Өфөгә ҡайтып киттем. Бер айҙан килеүемә тыуған йортомда хайран ҡалмалы хәл ҡаршы алды. Әбейҙәр икәү булып киткән. Баҡтиһәң, район үҙәгендә йәшәгән бер туған һеңлеһе лә беҙҙә йәшәп ята икән. Уныһы эсергә яратҡан кеше булып сыҡты, апаһы ла ҡуй тимәгәндер инде. Ҡайҙа ҡарама шешә тәгәрәп ята.

Атай үҙенсә йыйыштырған булған, шулай ҙа ир кеше – ир кеше инде... “Нишләп быларҙы йәшәтеп ятҡыраһың? Күптән ҡыуып ҡайтармай?” тиһәм, “Йорттары иҫке, ҡышҡыһын ныҡ һыуыҡ, тиҙәр бит”, - тип тегеләрҙе йәлләй.

Ярай ҙа атайым эскән, теләһә ҡалай йөрөгән кеше түгел. Шулай ҙа оло кеше лә насар ғәҙәткә өйрәнеп китмәҫ тимә... Йәнем көйөп, икеһен дә ҡыуып ҡайтарҙым. “Тупһаға аяҡ баҫаһы булмағыҙ, үҙем күсеп ҡайтам”, - тинем. Әлбиттә, күсеп ҡайта алмайым шул, эшем, балаларым бар.

Ҡайҙан ғына бәйләндем был әбейҙәргә тип эсем боша хәҙер. Минең ҡайтып киткәнде белешеп, тағы килеп етмәһендәр тип ҡурҡам. Их, атайыма лайыҡлы ғына, үҙе кеүек ипле, матур холоҡло берәй иптәш табырға ине ул. Юҡмы шунда арағыҙҙа берәйһе?

Ләйлә, Өфө ҡалаһы.

 

Нәсих Хәлисов фотоэтюды. 

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!    

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас