Йәмғиәт
23 Апрель , 17:15

 Фин-уғыр халыҡтары ассоциацияһы делегацияһы Башҡортостандың Тәтешле районында

 Бөгөн, 23 апрелдә, Рәсәй Фин-уғыр халыҡтары ассоциацияһы советы президиумы делегацияһы эш сәфәре менән удмурттар тупланып йәшәгән Тәтешле районына килде. Делегацияны “Рәсәй Федерацияһының фин-уғыр халыҡтары ассоциацияһы” Дөйөм Рәсәй йәмәғәт хәрәкәте советы президиумы рәйесе, Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советы сенаторы, Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет ағзаһы Петр Тултаев етәкләне.

Фин-уғыр халыҡтары ассоциацияһы делегацияһы  Башҡортостандың Тәтешле районындаФин-уғыр халыҡтары ассоциацияһы делегацияһы  Башҡортостандың Тәтешле районында
 Фин-уғыр халыҡтары ассоциацияһы делегацияһы Башҡортостандың Тәтешле районында

 

Бөгөн, 23 апрелдә, Рәсәй Фин-уғыр халыҡтары ассоциацияһы советы президиумы делегацияһы эш сәфәре менән удмурттар тупланып йәшәгән Тәтешле районына килде. Делегацияны “Рәсәй Федерацияһының фин-уғыр халыҡтары ассоциацияһы” Дөйөм Рәсәй йәмәғәт хәрәкәте советы президиумы рәйесе, Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советы сенаторы, Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет ағзаһы Петр Тултаев етәкләне.

Программаның беренсе өлөшөндә Яңы Тәтешле ауылының уҡытыу бер нисә телдә алып барылған күп профилле полилингваль мәктәбен барып ҡаранылар. Делегация туған телдәрҙе һәм фин-уғыр халыҡтарының мәҙәниәттәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән белем биреү мөхите менән танышты. Уҡыусылар ҡунаҡтар өсөн фольклор композицияларын, шиғырҙарҙы, йырҙарҙы һәм бейеүҙәрҙе үҙ эсенә алған “Ватанға һөйөү менән!” тип аталған әҙәби-музыкаль программа әҙерләгәйне. Делегация удмурт фольклор коллективтарының “Вакытлэн гердъесыз” (Дәүерҙәр бәйләнеше) асыҡ фестивалендә ҡатнашты. Был сара быуындар күсәгилешлегенең һәм милли традицияларға һаҡсыл ҡараштың сағыу миҫалы булып тора.

Сарала геройҙар һәм ветерандар иҫтәлегенә айырыуса иғтибар бүленде. Делегация Бөйөк Ватан һуғышы һәм махсус хәрби операция ветерандары һәйкәленә, шулай уҡ Советтар Союзы Геройы Өлмәс Шакир улы Шакировтың һәм Рәсәй Геройы Игорь Леонидович Насибуллиндың бюстарына сәскәләр һалды. Шулай уҡ удмурт милли-мәҙәни үҙәгенә нигеҙ һалыусы, РФ-тың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, К.Герд премияһы лауреаты, Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнгән Ренат Биктимер улы Ғәләмшиндең бюсына ла сәскә һалынды.

Сәфәр удмурт тарихи-мәҙәни үҙәгендә тамамланды, унда ҡунаҡтар удмурт халҡының тарихына һәм мәҙәниәтенә арналған экспозициялар менән танышты. Был тәьҫораттарға бай көн президиумдың алдағы ултырышына әҙерлектең мөһим этабы булып тора һәм Рәсәйҙең фин-уғыр халыҡтарының мәҙәни мираҫын һаҡлауҙың әһәмиәтлелеген күрһәтә.

Башҡортостан - күп милләтлелек шарттарында туған телен генә түгел, башҡа халыҡтарҙың, атап әйткәндә, фин-уғыр телдәрен дә һаҡлап ҡала алған төбәк. Был хаҡта Петр Тултаев та һөйләне.

 

Фото: Алексей САМИРЗЯНОВ.

 

Мәғлүмәт: https://resbash.ru/news/obshchestvo/2026-04-23/delegatsiya-assotsiatsii-finno-ugorskih-narodov-posetila-tatyshlinskiy-rayon-bashkirii-4663099

 

 

Фин-уғыр халыҡтары ассоциацияһы делегацияһы  Башҡортостандың Тәтешле районында
Фин-уғыр халыҡтары ассоциацияһы делегацияһы  Башҡортостандың Тәтешле районында
Фин-уғыр халыҡтары ассоциацияһы делегацияһы  Башҡортостандың Тәтешле районында
Фин-уғыр халыҡтары ассоциацияһы делегацияһы  Башҡортостандың Тәтешле районында
Фин-уғыр халыҡтары ассоциацияһы делегацияһы  Башҡортостандың Тәтешле районында
 Фин-уғыр халыҡтары ассоциацияһы делегацияһы Башҡортостандың Тәтешле районында
Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас