

Социаль селтәрҙәге күп кенә төркөмдәрҙә ҡатын һәм ир араһындағы мөнәсәбәттәр асыҡтан-асыҡ бәйән ителә. Кемдер кәңәш бирә, икенселәре яҙғандарҙы тәнҡитләй, бәғзеләре фәһем ала. Был юлы ла шундай хаттарҙың береһен тәҡдим итәбеҙ.
“Һөйләр һәм төплө кәңәш бирер кешем юҡ. Шуға ошо төркөмгә яҙам. Беләм ҡайһы берҙәр мине тәнҡитләр, әммә кәңәш биреүселәр ҙә табылыр, тип уйлайым. Хәл бик ҡатмарлы, нисек быға яуап табырға ла белмәйем.
Миңә 32 йәш, иремә — 45. Уның улы бар (22 йәш), ул бер ҡайҙа ла эшләмәй, имеш, тормошта үҙ урынын эҙләй. Элек ирем уға үҙенең эш хаҡынан ярҙам итә ине, мин ҡыҫылып йөрөмәнем. Ләкин күптән түгел иремдең окладын ҡыҫҡарттылар, һәм ул: «Беҙ ғаилә, бюджетыбыҙ уртаҡ. Минең улым — һинең дә яуаплылығың. Хәҙер һинең эш хаҡыңдан (ә мин яҡшы эш хаҡы алам) уға айына 10-15 мең биреп торайыҡ, балаға ярҙам итергә кәрәк», — тип белдерҙе.
Мин шаҡ ҡаттым. Был егетте ғүмеремдә өс тапҡыр ғына күргәнмендер, ул минең менән иҫәнләшмәй ҙә. Ни өсөн мин үҙем эшләп тапҡан аҡсаны бирергә тейеш, ул ялҡау булғанға мин ғәйеплеме? Ирем үпкәләй: «Әгәр беҙҙең уртаҡ балабыҙ булып, мин уға аҡса һораһам, бирер инең. Балаларҙы үҙеңдекенә һәм кешенекенә бүләһең! Һин меркантильная һәм мине яратмайһың», — ти.
Хәҙер өйҙә көн дә ғауға. Ирем улын ҡарау өсөн беҙҙең уртаҡ аҡсаны экономиялай башланы һәм миңә халыҡ дошманына ҡараған кеүек ҡарай.
Ҡатын кеше иренең элекке никахтан тыуған өлкән балаларын ҡарашырға тейешме? Был осраҡта һеҙ нимә эшләр инегеҙ? Фекерҙәрегеҙҙе комментарийҙарға яҙығыҙ әле.
Сығанаҡ: “Серләшәйек” төркөмө.
Кәримә Усманова фотоһы.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!