

Башҡортостанда республикабыҙ ғына түгел, ә Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдә төрлө саралар даими ойошторола. Мәҫәлән, Өфөләге Конгресс-холда "Рәсәй Федерацияһының фин-уғыр халыҡтарының ассоциацияһы" тигән дөйөм Рәсәй йәмәғәт хәрәкәте Президиумының ултырышы уҙҙы. Уның эшендә "Рәсәй Федерацияһының фин-уғыр халыҡтарының ассоциацияһы" тигән дөйөм Рәсәй йәмәғәт хәрәкәте Президиумы рәйесе Петр Тултаев һәм башҡа хөрмәтле ҡунаҡтарҙың ҡатнашыуы сараға мәртәбә өҫтәне.
Ултырышты Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илшат Ишморатовтың ҡурай көйө менән асыуы оло мәғәнәгә эйә булды.
Петр Николаевич һәр йәһәттән дә ярҙамдан өҙмәгәне өсөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа рәхмәт әйтте һәм былай тине:
– Башҡортостанда дөрөҫ сәйәсәт алып барылыуын һыҙыҡ өҫтөнә алыр инем, беҙгә, милли республика булараҡ, уның бай тәжрибәһен тәрән итеп өйрәнергә кәрәк. Туған телдәрҙе һаҡлауҙы, милли мәҙәниәтте үҫтереүҙе күҙ уңында тотам. Ошонда ғүмер кисергән бөтә халыҡтарға ла иғтибар тигеҙ бүленә, шул иҫәптән фин-уғыр төркөмөнә ҡарағандарға ла. Бында бүтән милләттәр менән мари, удмурт, мордва һәм башҡалар дуҫ һәм татыу йәшәй.
Петр Тултаев быға хәтлем республикабыҙҙың Тәтешле һәм Мишкә райондарында булыуын, унан бай тәьҫораттар менән ҡайтыуын бәйән итте.
1917 йылда Бөрө ҡалаһында мариҙарҙың I съезы үткән булған. Унда 178 делегат ҡатнашҡан. Петр Николаевич ошо турала ла әйтте.
Башҡортостандың мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Фәнүр Шәйхисламов сарала ҡатнашыусыларға республикабыҙҙың Хөкүмәте исеменән сәләмен еткерҙе. Фәнүр Рәфис улы билдәләүенсә, ултырыштың тап Рәсәйҙә иғлан ителгән Халыҡтар берҙәмлеге йылына һәм Башҡортостандағы Ҙур һәм татыу ғаилә йылына тура килтереп үткәрелеүе һәм нәҡ Өфөлә уҙғарылыуы бигерәк тә шатлыҡлы.
– Беҙ, республикала күп халыҡтар, татыу ғаилә булып йәшәйбеҙ, – тине Фәнүр Шәйхисламов. – Ысынлап та, Башҡортостанда 130-ҙан ашыу милләт дуҫ һәм берҙәм ғүмер кисерә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың һәр береһенә тейешле иғтибарының һөҙөмтәһе ул.
Дәүләт Йыйлышы – Ҡоролтай депутаты Айбулат Хажин республикабыҙҙағы полилингваль мәктәптәрҙең эше тураһында һөйләне.
Илдар Аҡъюлов фотоһы.
Юлдаш ЙОСОПОВ, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Халыҡ-ара йәмәғәт берләшмәләре союзы Башҡарма комитеты рәйесе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты:
– Ниндәй генә халыҡ йәшәмәһен, улар ниндәй генә телдә һөйләшмәһен, мәҙәниәттәрҙең төрлөлөгө булмаһын, барыһын да һаҡларға тейешбеҙ. Был – беҙҙең төп бурысыбыҙ. Мәҫәлән, удмурт телен генә алайыҡ, ул удмурттарҙың ғына эше түгел, уның үҫешен бындағы бөтә халыҡтар ҙа хәстәрләргә тейеш. Ғөмүмән, республикабыҙ етәкселеге тарафынан был юҫыҡта бик күп уй-ниәттәр тормошҡа ашырыла.