Йәмғиәт
24 Апрель , 13:30

Бер юлы өс игеҙ бала тыуған

Бәхетле ғаилә бер көндә ҙур һәм татыу ғаиләгә әйләнде!

Бер юлы өс игеҙ бала тыуғанБер юлы өс игеҙ бала тыуған
Бер юлы өс игеҙ бала тыуған

Өфөлә йәшәгән әсә өс игеҙ бала тапҡан. Баш ҡаланың Ленин районы хакимиәте башлығы Олег Котов белдереүенсә, Айгөл менән Данис Ғәтиәтуллиндарҙың ике малай һәм ҡыҙҙары тыуған.  

Бынан тыш, сабыйҙарҙы өйҙә ике өлкән апаһы көтә. Шулай итеп, бәхетле ғаилә бер юлы ҙур һәм татыу ғаиләгә әйләнде - биш бала тәрбиәләйәсәктәр. 

Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығында, өс игеҙәк балаға уҙыу ихтималлығы 10 меңгә бер осраҡ тәшкил итә, тип белдерҙеләр.

Балаларҙың тыуған саҡта ауырлығы - 1700, 1990 һәм 1700 грамм, ә буйҙарының оҙонлоғо 40, 44 һәм 42 сантиметр тәшкил иткән.

Ғәтиәтуллиндар ғаиләһенең шатлығын уртаҡлашабыҙ. Сабыйҙар һау-сәләмәт булып, ата-әсәһен ҡыуандырып үҫһен!

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, республика Башлығы 2026 йылды "Ҙур һәм татыу ғаилә йылы" тип иғлан итте. 

Фото: скриншот.

Бер юлы өс игеҙ бала тыуған
Бер юлы өс игеҙ бала тыуған
Бер юлы өс игеҙ бала тыуған
Бер юлы өс игеҙ бала тыуған
Бер юлы өс игеҙ бала тыуған
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас