Йәмғиәт
24 Апреля , 10:00

Эй, бисара ҡатын... Үҙенә-үҙе сәскә һатып ала

Беҙҙең эштә Фәнзилә тигән ҡатын бар (исеме үҙгәртеп алынды). Үҙе әйтеүенсә, ике тапҡыр кейәүҙә булған, әммә таныштары уны кейәүгә сыҡмаған ҡарт ҡыҙ, ти. Балалары юҡ. Бына шул Фәнзилә үҙенең ҡыланыштары менән беҙҙе аптырата. Йә уға һөйгәне ҡиммәтле тун алып биргән, йә ҡулындағы алтын йөҙөгөн күрһәтеп, “бына Ғашиҡтар көнөнә еҙнәгеҙ бүләк итте”, ти. Ял көнөндә эшкә сығырға тура килһә, иң тәүҙә Фәнзилә ҡысҡыра... 

Эй, бисара ҡатын... Үҙенә-үҙе сәскә һатып алаЭй, бисара ҡатын... Үҙенә-үҙе сәскә һатып ала
Эй, бисара ҡатын... Үҙенә-үҙе сәскә һатып ала

Рәмзиә исемле танышым коллегаһы тураһында йәлләп тә, аптырап та түбәндәге хәлде һөйләне...

“Беҙҙең эштә Фәнзилә тигән ҡатын бар (исеме үҙгәртеп алынды). Үҙе әйтеүенсә, ике тапҡыр кейәүҙә булған, әммә таныштары уны кейәүгә сыҡмаған ҡарт ҡыҙ, ти. Балалары юҡ. Бына шул Фәнзилә үҙенең ҡыланыштары менән беҙҙе аптырата. Йә уға һөйгәне ҡиммәтле тун алып биргән, йә ҡулындағы алтын йөҙөгөн күрһәтеп, “бына Ғашиҡтар көнөнә еҙнәгеҙ бүләк итте”, ти. Ял көнөндә эшкә сығырға тура килһә, иң тәүҙә Фәнзилә ҡысҡыра: “Беҙ ял базаһына барырға уйлағайныҡ, бер нисек тә сыға алмайым!” "Беҙ" тигәненә айырыуса ныҡ баҫым яһай. Бармы ул еҙнәй, юҡмы – берәү ҙә белмәй.

Иң ҡыҙығы тип әйтәйемме, ҡыҙғанысымы – үҙенә үҙе сәскә бүләк итеүен белеп ҡалып аптыраныҡ. Төшкө ял мәлендә сығып китә лә гөлләмә тотоп ҡайтып инә. “Алыҫҡа командировкаға юллана, шуға төшкө ашҡа кафеға саҡырҙы, сәскә лә алған бит әле ул” тип, ҡылансыҡланып йылмая үҙе. Ышана инек.

Бер мәл, әхирәтемдең тыуған көнөндә, эштән һуң тиҙ генә ҡотлап сығырмын тип, төшкө ял мәлендә сәскә һатып алырға булдым. 8 Март байрамы яҡынлашып килгән мәл. Бөтә сәскә бутиктарында ләләләр тулған. Шуларҙы ҡарап, һоҡланып йөрөһәм, кассала бер ҡосаҡ ләлә гөлләмәһе күтәреп Фәнзилә тора. Миңә арты менән торһа ла, кейеменән шунда уҡ таныным. Ниңәлер ситкә китеүҙе хуп күрҙем. Коллегам аҡса түләне лә тыҡ-тыҡ баҫып сығып китте.

Эшкә килһәм, теге ләләләр вазаға ҡуйылған. Эргәһендә шат йылмайып Фәнзилә ултыра. “Бына төшкө ялда осраштыҡ, сәскә бүләк итте”, - ти.

Бына шулай хәлдәр. Нимә тип әйтергә лә белмәйем. Фәнзиләнең ыңғайына ул үҙенә үҙе сәскә алған һайын ҡыуанған булып ултырам. Мин барыһын да беләм, үҙеңде лә, беҙҙе лә улай алдама тип әйтә алмвйым бит инде. Йәлләйем дә, аптырайым да”, - тип тамамланы һүҙен Рәмзиә.

Ә һеҙ ни тиерһегеҙ был хәлгә? Үҙенә-үҙе сәскә бүләк иткән ҡатынды йәлләйһегеҙме, аңлайһығыҙмы?

Автор фотоһы.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!    

 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас