Йәмғиәт
23 Апрель , 20:25

Гонаһлылар оҙаҡ үлә алмай тиҙәр...

Ғаиләбеҙҙә бөтә сирле кешеләрҙе ҡарау минең иңгә төшә... Арыным... 

Гонаһлылар оҙаҡ үлә алмай тиҙәр...Гонаһлылар оҙаҡ үлә алмай тиҙәр...
Гонаһлылар оҙаҡ үлә алмай тиҙәр...

Эй был донъяның тигеҙһеҙлеге... Кемдер йәш килеш кенә ята ла үлә, ә сирле, ҡартайып бөткәндәр йылдар буйына ята. Үҙҙәрен дә, яҡындарын да ялҡыталар, арыталар.

Миңә 35 йәш. Ирем, ике балам бар. Яратҡан эшем дә бар ине, тик ташларға тура килде. Сөнки сирле атайымды ҡарарға кәрәк. Уның түшәктә ятыуына йылдан ашты. Деменция, йүнләп атламай, үҙен-үҙе ҡарарлыҡ хәлдә түгел. Шул уҡ ваҡытта организмы көслө, әле генә үлерлек тә түгел.

Атайым бик һәйбәт кеше булды тип әйтә алмайым. Киреһенсә, әшәке ине. Ғүмер буйы әсәйемде йонсотто, беҙгә тыныс йәшәргә бирмәне. Эсте, һуғышты, өйҙә булғанды сығарып һатты. Уның арҡаһында әсәйем алтмышын да тултырмай, сирләп үлде. Тик ҡартая килә генә, етмеште үткәс, тынысланды, эсеүен ташланы, ейәндәре менән аралаша башланы. Аралар әҙме-күпме йылынғайны, ныҡлап сирләй башланы. Ағайым ҙур ҡалала йәшәй, ул да, еңгә лә шунда уҡ ҡарамайбыҙ, ҡарттар йортона тапшыр тинеләр. Ләкин мин йәлләнем. Ниндәй генә булһа ла яҡын кешем тинем.

Әле шул тиклем арыным. Алмаштырыр кеше юҡ. Ирем менән балалар ҙа ялҡтты, уларға бәләһен һалмаҫҡа тырышам. Сиделка яллап ҡарағайныҡ, улар оҙаҡҡа түҙмәй, бер нисә көндән ҡаса. Ирем эштән ҡайтһа, ярҙам итергә тырыша, йыуындырыша, памперстарын алмаштырыша. Әммә был ғына хәлемде еңеләйтмәй.

Атайыма тиклем өләсәйемде ҡарағайным, ул да минең ҡулда йән бирҙе. Атай эсеп болара башлаһа, ҡасып һәр саҡ өләсәйгә бара инек, ул беҙгә өй йылыһын бирҙе, ныҡ яратты, йәлләне, ярҙам итте. Өләсәйемде мин дә яҡын күрҙем, шуға ул сирләй башлағас, бер һүҙһеҙ үҙемә алдым. Биш йыл бергә торҙоҡ. Сирле булһа ла, артыҡ бәләһен һалмаҫҡа тырышты, һуңғы айҙарында ғына ныҡлап ҡарарға тура килде. Уны ихлас күңелдән, яратып ҡараным.

Ә атай менән ундай хистәр юҡ. Әллә ни яратыу ҙа юҡ, ерәнәм дә. Ир кешене ҡарауы ауыр. Етмәһә үҙе мыжыҡ, көйһөҙ. Ауылдан алыҫ туғаны килеп киткәйне. “Уның гонаһтары күп, гонаһлы кеше оҙаҡ, йонсоп үлә”, тине. Хәҙер ошо һүҙҙәре баштан сыҡмай. Мине шулай оҙаҡ йонсотормы икән?

Тағы бер нәмә күңелде өйкәп тора. Ирем – ғаиләһендә берҙән-бер бала. Атаһы менән әсәһе өлкән йәштәләр, һаулыҡтары ла бик шәптән түгел. Уларға берәй хәл булһа, миңә ҡарарға тура киләсәк. Атайҙы алған саҡта ирем был турала иҫкәртеп, икҫәтеп ҡуйҙы. Ҡарамай булмаясағын аңлайым...

Бар ғүмерем сирле, ҡарт кешеләрҙе ҡарап үтерме икән ни? Кәңәш һорамайым, бер ни ҙә эшләп булмаҫын аңлайым. Йәлләп булһа ла ҡуйығыҙ... Арыным...

(Сибайҙа йәшәгән ҡатындың һөйләгәндәренән).

Фото: "Шедеврум" нейроселтәре. 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас