Йәмғиәт
24 Апреля , 08:00

Йәмәғәт палатаһының ярҙамын тоялар

Быныһы инде бер тәртәгә лә һыймай

Йәмәғәт палатаһының ярҙамын тояларЙәмәғәт палатаһының ярҙамын тоялар
Йәмәғәт палатаһының ярҙамын тоялар

Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы ағзалары Әбйәлил районында эш сәфәре менән булды. Унда улар төбәктең өс ауылына сәфәр ҡылды. Маҡсат – райондың тын алышын белеү-тойоу, кешеләр менән һөйләшеү.

Мәҫәлән, Красная Башкирия ауылында дауахананың юҡлығы халыҡтың үҙәгенә үткән. Улай ғына ла түгел, Сбербанк бүлексәһендәге почта бүлеге ябылған икән, быныһы инде бер тәртәгә лә һыймай.

Амангилде ауылында иһә китапханасы грант яҡлау буйынса ярҙам һораған. Гусев ауылында халыҡ социаль проектҡа уҡытыуҙы һорап мөрәжәғәт иткән.

Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы Аппараты етәксеһе Элина Ғатауллина май аҙағына хәтлем бер көнлөк семинар уҙғарыу һәм районда Ресур үҙәге төҙөү кәрәклеген әйтте. Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Айрат Әминев бөтәһе алдына ла белемде арттырырға һәм проект эшмәкәрлегендә ҡатнашырға тигән бурысты ҡуйҙы.

Фото: Таңсулпан Йомағужина.

 

Таңсулпан Йомағужина, Әбйәлил районының йәмәғәт палатаһы етәксеһе, "Әбйәлил" гәзитенең баш мөхәррире:

– 2026 йылды Рәсәй Президенты Халыҡтар берҙәмлеге йылы тип иғлан итте. Исемле йылға ниндәй йәмәғәт проекттары уңайлы булыр тип уйландыҡ һәм шул йүнәлештә пландар ҡорғанбыҙ. Әйткәндәй, беҙҙә "Әбйәлил йыуасаһы" тигән гастрономия фестивале уңыш менән бара. Быға тиклем үткәнендә Каринэ Хәбированың унда ҡатнашыуы сараға мәртәбә өҫтәне. Ғөмүмән, район үҫә, төҙөкләнә һәм изге уй-маҡсаттарҙы тормошҡа ашырабыҙ.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас