Йәмғиәт
24 Апреля , 20:30

Иремдең бындай ҡылығын ғәфү итергәме?

"Минең хәҙер йоҡо бүлмәһенә инергә теләгем юҡ. Хатта кейемемде алмаштырғанда ла инмәҫкә тырышам, күҙәтеп торған кеүек. Ышаныс бөттө. Минеңсә, ул миндә яратҡан ҡатынын түгел, ә шәхси ихтыяждары өсөн контент күрә", - тигән ҡатыны.

Иремдең бындай ҡылығын ғәфү итергәме?Иремдең бындай ҡылығын ғәфү итергәме?
Иремдең бындай ҡылығын ғәфү итергәме?

Социаль селтәрҙәге күп кенә төркөмдәрҙә ҡатын һәм ир араһындағы мөнәсәбәттәр асыҡтан-асыҡ бәйән ителә. Кемдер кәңәш бирә, икенселәре яҙғандарҙы тәнҡитләй, бәғзеләре фәһем ала. Был юлы ла шундай хаттарҙың береһен тәҡдим итәбеҙ.

“Беҙ ирем менән бергә биш йыл йәшәнек. Уға быға тиклем тулыһынса ышандым. Күптән түгел йоҡо бүлмәһендә генераль уборка яһаным һәм янғын сигнализацияһы датчигында (ирем ҡуйған ине) сәйер бер нәмә күреп ҡалдым. Унда бәләкәй камера һәм флешка ҡуйылған булып сыҡты. Ул беҙҙең енси яҡынлыҡты төшөрөп барған. Һуңғы ярты йыл эсендә бөтә төндәребеҙ яҙылған.

Мин ҙур ғауға ҡуптарҙым, ул хатта ғәфү лә үтенмәне. Тыныс ҡына: “Ә нимә булған? Беҙ бит ир менән ҡатын. Мин быны үҙем өсөн төшөрҙөм, командировкала булғанда йәки кәйефем булмағанда ҡарарға. Был бит мин интернетта порно эҙләүгә ҡарағанда яҡшыраҡ! Был - беҙҙең шәхси архив, быны бер ҡайҙа ла һалырға ла йыйынманым”, - тине.

Минең хәҙер йоҡо бүлмәһенә инергә теләгем юҡ. Хатта кейемемде алмаштырғанда ла инмәҫкә тырышам, күҙәтеп торған кеүек. Ышаныс бөттө. Минеңсә, ул миндә яратҡан ҡатынын түгел, ә шәхси ихтыяждары өсөн контент күрә.

Ни эшләргә? Иремдең бындай ҡылығын ғәфү итергәме?”- тип кәңәш һорай ҡатын.

Был осраҡта һеҙ нимә эшләр инегеҙ? Фекерҙәрегеҙҙе комментарийҙарға яҙығыҙ әле.

 

Сығанаҡ: “Серләшәйек” төркөмө

Кәримә Усманова фотоһы

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan  ҡушылығыҙ!

Автор:Карима Усманова
Читайте нас