Йәмғиәт
24 Апреля , 21:15

Йылдың тәүге "батша игеҙәктәре" тыуған!

Сәфәрғәлиндәрҙең ғаиләһендә 4 ул һәм 4 ҡыҙ бар ине. Хәҙер улар - 10 балалы бәхетле ғаилә!

Йылдың тәүге "батша игеҙәктәре" тыуған!Йылдың тәүге "батша игеҙәктәре" тыуған!
Йылдың тәүге "батша игеҙәктәре" тыуған!

Баймаҡ ҡалаһының Граждандар хәле акттарын теркәү бүлегендә 2026 йылдың тәүге "батша игеҙәктәре"  тыуыу тураһында акт теркәлгән. Ҡыҙ менән малай бергә тыуған осраҡты шулай тип атап йөрөтәләр.

Икенсе Этҡолдан Тәнзилә һәм Рафаиз Сәфәрғәлиндәрҙең 4 ҡыҙлы һәм 4 малайлы күп балалы ғаиләһендә туғыҙынсы һәм унынсы сабыйҙары тыуған. Бәләкәстәргә ата-әсәһе Мөхәмәт һәм Амелия тип исем ҡушҡан.

Сәфәрғәлиндәрҙең иң өлкән балаларына 20 йәш. Ул Сибай медицина колледжында уҡый. 8-се балаларына ике йәш ярым.

Ишле ғаиләне ҡотлайбыҙ һәм бәләкәстәрҙең имен-һау үҫеп китеүен теләйбеҙ!

 

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan  ҡушылығыҙ!

Автор:Карима Усманова
Читайте нас