Йәмғиәт
27 Апрель , 13:30

Лилиә Шаһиғәлинанан - ҡомалаҡ әсеткеһе эшләү рецебы

Һуңғы ваҡыта күп хужабикәләр икмәкте ҡомалаҡ әсеткеһе менән бешерә.

Лилиә Шаһиғәлинанан -   ҡомалаҡ әсеткеһе эшләү рецебыЛилиә Шаһиғәлинанан -   ҡомалаҡ әсеткеһе эшләү рецебы
Лилиә Шаһиғәлинанан - ҡомалаҡ әсеткеһе эшләү рецебы

Һуңғы ваҡытта күп хужабикәләр икмәкте ҡомалаҡ әсеткеһе менән бешерә. Һеҙҙең иғтибарға Лилиә Шаһиғәлинанан ҡомалаҡ әсеткеһе эшләү рецебын тәҡдим итәбеҙ.

"Әсәйем өйрәткән ҡомалаҡ әсеткеһе эшләү рецебы менән уртаҡлашып үтәйем һеҙҙең менән.

"Ҡайнап сыҡҡан 3 литр һыуға ҡомалаҡтың бер ус һабағын, бер ус сәскәһен һал. Шуны талғын утта бешер ҡәҙимге берәй 40 минут.  Болғаштырып тор, һабағының өҫтә ятҡанын аҫҡа төрт. Шунан һөҙөп ал да табағың газ өҫтөндә булған көйө ҡайнар һыуыңа он һалып болғап тор. Самалап. Ҡуйыраҡ бутҡалай булһа - саммай була. Шул йылымысланһа (болғап ҡара, ныҡ эҫе булмаһын), һалып баш әсетәһең, уны төрөп ултырт. Ҡәҙимге икмәк әсеткәндәге шикелле. Шунан асып болға. Артабан урап тормаһаң да ярай. Ҡалҡып сыҡһа, тағы болғап шиңдер. Шунан ул ҡалҡмай башлай. Шунда әҙер була", тип яҙған ул.

Ә һеҙ ҡомалаҡ әсеткеһен нисек эшләйһегеҙ? Кәңәштәрегеҙҙе  комментарийҙарға яҙһағыҙ ине.

Сығанаҡ һәм фото: Лилиә Шаһиғәлина.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!    

Автор:Карима Усманова
Читайте нас