Йәмғиәт
28 Апрель , 11:20

Эштәге рухи мөхит станоктарҙан да мөһимерәк

Был көндө булдырыуҙың төп маҡсаты – производствола йәрәхәт алыуҙы һәм профессиональ ауырыуҙарҙы иҫкәртеүгә булышлыҡ итеү.

Эштәге рухи мөхит станоктарҙан да мөһимерәкЭштәге рухи мөхит станоктарҙан да мөһимерәк
Эштәге рухи мөхит станоктарҙан да мөһимерәк

Хеҙмәт бурыстарын атҡарыу һәр кеше тормошоноң айырылғыһыҙ өлөшөн тәшкил итә. Уның хәүефһеҙ һәм уңайлы барыуын теләйбеҙ, быныһы тәбиғи. 2003 йылдан башлап, йыл һайын 28 апрелдә Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы Бөтә донъя эш урынында хәүефһеҙлек һәм гигиена көнөн үткәрә. Быйыл Рәсәйҙә ул 24-се тапҡыр билдәләнә.

Был көндө булдырыуҙың төп маҡсаты – производствола йәрәхәт алыуҙы һәм профессиональ ауырыуҙарҙы иҫкәртеүгә булышлыҡ итеү. Хәҙерге ысынбарлыҡта кадрҙарҙың хәүефһеҙлегенә, сәләмәтлегенә һәм һөҙөмтәле эшләүенә психосоциаль күрһәткес төп йоғонто яһай. Ул хеҙмәткәрҙәр эшмәкәрлегенең нисек һәм ҡайҙа йүнәлтелеүенә бәйле: график һәм бурыстарҙың көсөргәнешлелеге, башҡарған бурыстарҙың аныҡлығы, үҙаллылыҡ, ярҙам һәм идара итеү ҡарарҙарының ғәҙеллеге.

Коллективта ыңғай мөхит булдырыуға нисек булышлыҡ итергә? Эштә яҡшы мөхит булдырыу бурысы ғәҙәттә менеджментҡа йөкмәтелә. Уларға киләһе алымдарҙы индерергә кәңәш итергә мөмкин.

Коллектив ағзалары араһында асыҡ һәм файҙалы аралашыуҙы хуплау, үҙеңде тотоу буйынса шәхси яҡтан өлгө булыу. Кәңәшмәләрҙә һәр ҡатнашыусы үҙ фекерен әйтә алһын; тормошҡа ашырыу мөмкин булған башланғыстар, ағымдағы эште яҡшыртыу һәм башҡа уртаҡ эшмәкәрлек йүнәлештәре буйынса һораулама үткәреү яҡшы; ышанып тапшырылған бурыстар тураһында фекер алышырға этәреү ҙә ыңғай һөҙөмтә бирә ала.

Хеҙмәткәрҙәрҙе һөҙөмтәле эшмәкәрлеге һәм шәхси уңыштары өсөн бүләкләү. Етәкселеккә премия биреү, ҡаҙаныштарҙы асыҡтан-асыҡ таныу системаһын ҡулланырға кәрәк, бының өсөн аңлайышлы һәм асыҡ баһалау алымдары ҡулланылһын. Шатлыҡлы шәхси сәбәптәрҙе лә иғтибарһыҙ ҡалдырмаҫҡа, бергә уртаҡлашырға кәрәк.

Уҡыу һәм һөнәри үҫеш өсөн мөмкинлектәр булдырыу. Шулай уҡ ҡул аҫтындағыларҙың лидерлыҡ сифаттарын үҫтереү тураһында ла оноторға ярамай.

Психологик именлекте һәм физик һаулыҡты нығытыуға иғтибар бүлеү. Хеҙмәткәрҙәргә яйлы эш режимы йәки ваҡытлыса ситтән тороп эшләү мөмкинлеге биреп, уңайлы хеҙмәт һәм ял графигын булдырыу. Коллектив ағзаларын физик һәм менталь форманы нығытыу сараларына ла йәлеп итергә кәрәк. Ниһайәт, ҡул аҫтындағыларҙың яҡшы эш мөхите булдырыуға ҡағылған фекерҙәренә һәм тәҡдимдәренә иғтибарлы булыу ҙа мөһим.

 

Мәғлүмәт өсөн "Молодежная газета": mgazeta.com сайтындағы мәҡәлә ҡулланылды.

Автор фотоһы. 

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас