

Өфөлә «Связист» лагеры базаһындағы ваҡытлыса урынлаштырыу пункты 200-гә яҡын кеше өсөн йорт булып тора. Уларҙың күпселеге Донбасстан, Запорожье һәм Херсон өлкәләренән килгән. Шулай уҡ бында оҙайлы ҡораллы низағтарҙан ҡасып килгән Сүриә һәм Фәләстиндән бер нисә ғаилә урынлашҡан, тип хәбәр итә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы.
БМО-ның Рәсәйҙәге ҡасаҡтар эштәре буйынса юғары комиссары идаралығы вәкиле Олеся Солдашенко һүҙҙәренсә, ваҡытлыса урынлаштырыу пункты хакимиәте кешеләрҙең тормошона һәм уларҙың проблемаларын хәл итеүгә әүҙем йәлеп ителгән. Шулай уҡ дәүләт органдары, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм Рәсәй Ҡыҙыл Тәреһе менән үҙ-ара эш итеү һөҙөмтәле.
Фото: Башҡортостан юлдаш телевидениеһы видеоһынан скриншот.