Йәмғиәт
28 Апреля , 16:35

️Өфө табибы самолетта өс кешене ҡотҡарған

Беренсе пассажир үҙен насар тоя башлағас, бортта табип эҙләгәндәр. Һәм...

️Өфө табибы самолетта өс кешене ҡотҡарған️Өфө табибы самолетта өс кешене ҡотҡарған
️Өфө табибы самолетта өс кешене ҡотҡарған

Өфө - Новосибирск - Владивосток рейсында бер-бер артлы өс пассажир үҙҙәрен насар тойған. Беренсе кеше ауырый башлағас та, бортта табип эҙләгәндәр. Шул саҡта Ҡыуатов исемендәге республика дауаханаһының ойоштороу-методик эш буйынса баш табиптың урынбаҫары Динара Кулова ярҙамға килгән. Ул ҡан баҫымы түбәнәйгән, башы әйләнгән иргә тәүге ярҙам күрһәткән.

Икенсеһе сирле осор алдынан ҡан тапшырған булған. Уға ла тейешле медицина ярҙамы күрһәтелгән. Артабан өсөнсө пассажир иҫен юғалтҡан. Уларҙың барыһына ла Өфө табибы ярҙам күрһәткән.

Самолет тейешле урынға барып еткәс, сирлеләр табиптар ҡулына тапшырылған.

Әйткәндәй, Динара Кулова эше буйынса конференцияға юлланған булған. Табип ҡайҙа ла үҙ һөнәренә тоғро ҡала.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!   

Автор:Карима Усманова
Читайте нас