

- Янғын һағы көнө алдынан һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлайым. Был - ҡыйыуҙар һөнәре, унда батыр кешеләр эшләй. Һеҙ беренсе булып ярҙамға киләһегеҙ. Йыл һайын янғындарҙа меңдән ашыу кешене ҡотҡараһығыҙ. Ҙур рәхмәт һеҙгә! - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика Башлығы. - Изге йола буйынса беҙ һеҙгә яңы техника тапшырабыҙ. Шуныһы мөһим, һәр төрлө ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, янғын һүндереүселәрҙе һәр саҡ хәстәрләйәсәкбеҙ. Беҙ яңы деполар төҙөйбөҙ, янғын һүндереү частарын кәрәкле техника менән йыһазландырабыҙ. Тағы бер тапҡыр байрам менән!
Яңы техника араһында УРАЛ Next шассиһында ватан етештереүендәге махсус машиналар бар. Был - күп функциялы автомобилдәр. Улар үҙ аллы эш машиналары йәки насос ҡоролмалары булараҡ ҡулланыла ала. Ә «Север 650К» аэрокәмәһе патруль һәм оператив эштәр өсөн тәғәйенләнгән. Ул видеокамера, радиостанция һәм эхолот менән йыһазландырылған.
Радий Хәбиров янғын һүндереүселәргә юғары профессионализм һәм хәүефһеҙлекте тәьмин итеүгә ҙур өлөш индергәне өсөн дәүләт наградалары тапшырҙы.
- Йыл һайын янғын һүндереү хеҙмәтен яҡшы ҡорамалдар менән көсәйтәбеҙ. Шуныһы мөһим, кешеләр бында күңел саҡырыуы буйынса эшләй. Бүлексәләрҙең тулыланыуы 89 процент тәшкил итә, – тине Радий Хәбиров журналистар менән әңгәмәлә. - Заманса янғын һүндереү деполарын, ҡотҡарыу үҙәктәрен төҙөүҙе дауам итәсәкбеҙ. Павловка һыуһаҡлағысында ошондай бер объект үҙенең һөҙөмтәлелеген күрһәтте лә инде. Нөгөштә лә шундай уҡ төҙөлөш алып барабыҙ. Өфө агломерацияһы ла иғтибарҙы талап итә, ул әүҙем үҫешә.