Йәмғиәт
29 Апреля , 13:00

Байыта торған өс һан бар тиҙәр...

Байыта торған өс һан бар, уларҙы ҡағыҙға яҙып, аҡса янсығығыҙға һалһағыҙ, байығанығыҙҙы һиҙмәйәсәкһегеҙ ҙә, йәнәһе. Ә һеҙ быға ышанаһығыҙмы?.. 

Байыта торған өс һан бар тиҙәр...Байыта торған өс һан бар тиҙәр...
Байыта торған өс һан бар тиҙәр...

Байыта торған өс һан бар, уларҙы ҡағыҙға яҙып, аҡса янсығығыҙға һалһағыҙ, байығанығыҙҙы һиҙмәйәсәкһегеҙ ҙә, йәнәһе. 

Һандарҙың кеше тормошонда әһәмиәте ҙур, ти нумерологтар. Кешенең тыуған көнө, йәшәгән өйөнөң, машинаһының һандары — барыһы ла ниндәйҙер йоғонто яһай, тиҙәр. Мәҫәлән, 5 һаны кеше менән аралашырға, шул арҡалы байырға ярҙам итә икән. Йоҡонан торғас та уны күҙ алдына килтерер кәрәк.

8 — тылсымлы һан. Ул — тырышлыҡ, уңғанлыҡ, байлыҡ, муллыҡ символы. Өс 8 һанын яҙып, аҡсаһыҙ торған урынға һалһағыҙ, аҡса бер ҡасан да бөтмәҫкә тейеш, имеш.

Ә инде иң күп аҡса килтерә торған һан — 128, тиҙәр. Был һанда аҡса энергетикаһы көслө. Уны яҙып, аҡса янсығығыҙға һалһағыҙ, финанс именлеге, уңыш килеүҙе көт тә тор! Тикшереп ҡарағанығыҙ булдымы, йәмәғәт?..

 

Э. Ибраһимова фотоһы.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас