Йәмғиәт
29 Апрель , 10:40

Һәр кемдең хәүефһеҙ хеҙмәткә хоҡуғы бар

Кемдең ҡайҙа эшләүенә ҡарамаҫтан, кеше ғүмере һәм һаулығы – донъялағы иң ҙур ҡиммәттәрҙең береһе. 

Һәр кемдең хәүефһеҙ хеҙмәткә хоҡуғы барҺәр кемдең хәүефһеҙ хеҙмәткә хоҡуғы бар
Һәр кемдең хәүефһеҙ хеҙмәткә хоҡуғы бар

2003 йылдан Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы тәҡдиме менән 28 апрелдә Бөтә донъя хеҙмәтте һаҡлау көнө үткәрелә. Уның маҡсаты – эш биреүселәр, хеҙмәткәрҙәр, йәмәғәтселек иғтибарын хеҙмәт урынында йәрәхәтләнеү осраҡтарына һәм хәүефле эш шарттарына йүнәлтеү, был проблемаларҙы хәл итеүгә булышлыҡ итеү. Ғөмүмән,  хеҙмәтте һаҡлау, эшкә һәләтле халыҡтың ғүмерен һәм һаулығын һаҡлау мәсьәләләре дәүләт социаль сәйәсәтенең төп өҫтөнлөктәренең береһе булып тора.

Кемдең ҡайҙа эшләүенә ҡарамаҫтан, кеше ғүмере һәм һаулығы – донъялағы иң ҙур ҡиммәттәрҙең береһе. Ошо һәм башҡалар тураһында Башҡортостан Профсоюздар йортонда үткәрелгән һәм Бөтә донъя хеҙмәтте һаҡлау көнөнә арналған республика форумының темаһы “ Хеҙмәтте һаҡлауҙың көнүҙәк темалары  2026-2027” тип аталды.

Рәсәйҙең Бойондороҡһоҙ профсоюздар федерацияһы рәйесе урынбаҫары Давид Кришталь форумдың маҡтаулы ҡунағы  булды.

 – Тәү сиратта барығыҙҙы – ғүмерен хеҙмәтте һаҡлауға бағышлағандарҙы – Бөтә донъя хеҙмәтте һаҡлау көнө менән ҡотлайым. Хеҙмәткәрҙәрҙең һаулығын һәм хеҙмәтен һаҡлау - иң мөһим йүнәлештәрҙең береһе, – тине Давид Михайлович.  Ул республикабыҙға өсөнсө тапҡыр килеүе тураһында әйтте һәм Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының профсоюздар ағзаларының хоҡуҡтарын һәм законлы ҡыҙыҡһыныуҙарын, башланғыстарын яҡлау йәһәтенән эшмәкәрлеген юғары баһаланы, хеҙмәт һағы тармағындағы көнүҙәк мәсьәләләрҙе билдәләне.

Давид Кришталь профсоюз әүҙемселәренә оҙаҡ йылдар хеҙмәт һағында уңышлы эшләгәне өсөн федерацияның Маҡтау грамоталарын тапшырҙы. Шулай уҡ һөнәри конкурстарҙа алдынғы урындар яулағандар билдәләнде.

Сарала ҡатнашыусыларҙы шулай уҡ Башҡортостандың Профсоюздар федерацияһы рәйесе Гүзәл Мирошниченко, республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының хеҙмәт һағын ойоштороу бүлеге етәксеһе Алексей Борискин, Башҡортостандың Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы етәксеһе Татьяна Астрелина, Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Галина Пермина, Рәсәйҙең Пенсия һәм социаль страховкалау фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе идара итеүсеһе урынбаҫары Илгиз Атауллин, Башҡортостан Сәнәғәт һәм эшҡыуарҙар союзының хеҙмәтте һаҡлау буйынса директор вазифаһын башҡарыусы Григорий Петров  һәм башҡалар тәбрикләне.

Сарала эш биреүселәргә, хеҙмәтте һаҡлау тармағындағы белгестәргә бай йөкмәткеле программа әҙерләнгәйне,  заманса шәхси һаҡланыу, һауыҡтырыу һәм хеҙмәтте һаҡлау буйынса уҡытыу йәһәтенән бай йөкмәткеле күргәҙмә ойошторолғайны. Быларҙың барыһы ла тағы бер тапҡыр етештереүҙә йәрәхәтләнеү, сәләмәтлекте һаҡлау, кеше ғүмерен ҡурсыу, тотош донъя стандарттарына тап килгән хеҙмәт шарттарын ойоштороу кеүек мәсьәләләрҙең көнүҙәк икәнлеген раҫланы.

Бүләкләү сараһынан һуң хеҙмәтте һаҡлауға арналған семинар үткәрелде. Унда хеҙмәт һағы тармағында ойошмаларҙы борсоған төрлө мәсьәләләр ҡаралды. Һүҙ Рәсәй хеҙмәт һағы тенденциялары, һанлы технологияларҙы ҡулланыу һәм башҡалар тураһында барҙы.  

Әйткәндәй, хеҙмәт шарттарын һәм һағын яҡшыртыу, производствола имгәнеүҙәр һм ауырыуҙар кимәлен кәметеү буйынса үткәрелгән эште камиллаштрыу маҡсатында Рәсәйҙең Хеҙмәт кодексына һәм Башҡортостан Хөкүмәтенең 2013 йылдың 12 авгусындағы "Башҡортостан Республикаһында хеҙмәтте һаҡлау айлығы уҙғарыу тураһында" Ҡарарына ярашлы, быйыл апрелдә ойошмаларҙа хеҙмәтте һаҡлау айлығы үткәрелде. Сараның маҡсаты предприятиеларҙа, ойошмаларҙа хеҙмәтте һаҡлауҙы һәм эш шарттарын яҡшыртыу, производствола бәхетһеҙлек осраҡтарын һәм һөнәри сирҙәрҙе булдырмау ине. Бурысы иһә эш биреүселәр тарафынан хеҙмәткәрҙәрҙең хеҙмәтте һаҡлау өлкәһендәге хоҡуҡтарын бойомға ашырыу, сәләмәт һәм хәүефһеҙ хеҙмәт шарттары менән тәьмин итеү булды.

Автор фотолары. 

 

Һәр кемдең хәүефһеҙ хеҙмәткә хоҡуғы бар
Һәр кемдең хәүефһеҙ хеҙмәткә хоҡуғы бар
Һәр кемдең хәүефһеҙ хеҙмәткә хоҡуғы бар
Һәр кемдең хәүефһеҙ хеҙмәткә хоҡуғы бар
Һәр кемдең хәүефһеҙ хеҙмәткә хоҡуғы бар
Һәр кемдең хәүефһеҙ хеҙмәткә хоҡуғы бар
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас