Йәмғиәт
29 Апреля , 12:45

Рәсәй Дәүләт Думаһынан Александр Демин һәм Сангаджи Тарбаев менән осрашыу

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Дәүләт Думаһы комитеттары рәйесе Сангаджи Тарбаев менән осрашты.

Рәсәй Дәүләт Думаһынан Александр Демин һәм Сангаджи Тарбаев менән осрашыуРәсәй Дәүләт Думаһынан Александр Демин һәм Сангаджи Тарбаев менән осрашыу
Рәсәй Дәүләт Думаһынан Александр Демин һәм Сангаджи Тарбаев менән осрашыу

29 апрелдә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Дәүләт Думаһының бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шулай уҡ туризм һәм туристик инфраструктураны үҫтереү буйынса профилле комитеттары рәйестәре Александр Демин һәм Сангаджи Тарбаев менән осрашты. Көн тәртибендә - төбәктә ҡунаҡсыллыҡ индустрияһын үҫтереү.

Яҡтар эске һәм тышҡы туризмды киңәйтеүҙе, республиканың туристик ҡеүәтен нығытыуҙы, шулай уҡ тармаҡта эшләүсе бәләкәй һәм урта бизнесҡа ярҙам итеү ҡоралдарын тикшерҙе.

Билдәләп үтергә кәрәк, 2025 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостанға туристар ағымы 1,9 миллиондан ашыу сәфәр тәшкил иткән. Республика шулай уҡ шифахана-курорт йүнәлешен үҫтереү буйынса Волга буйы федераль округында алдынғы урындарҙы биләй.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас