

ҮҘЕБЕҘ ХАҠЫНДА ҮҘЕБЕҘ
Беҙ, журналистар, хеҙмәт йылдарында кемдәр генә хаҡында мәҡәләләр яҙмайбыҙ, ниндәй генә шәхестәр менән әңгәмәләр ҡормайбыҙ. Шул уҡ мәлдә хәбәрсенең үҙ шәхесе күп осраҡта күләгәлә, “кадр артында” ҡала. Республиканың төп милли баҫмаһы һаналған “Башҡортостан” гәзитен оҙаҡ йылдар алдырып уҡыған тоғро дуҫтарыбыҙ журналистарҙы исем-шәрифләп белә, кемдең ниндәй темаға яҙырға яратҡанын, хатта тел, стиль үҙенсәлектәренә тиклем танып тора. Шуға күрә “Үҙебеҙ хаҡында үҙебеҙ” тигән рубрика асып, һирәкләп булһа ла баҫмабыҙҙың төп көсөн тәшкил иткән ҡәләмдәштәр менән таныштырырға ҡарар иттек. Яңы рубриканы булдырғанда киләһе йылда “Башҡортостан” гәзитенең донъя күрә башлауына 110 йыл тулыуҙы ла күҙ уңында тоттоҡ.
Коллективтағы мөхит, эшкә ҡараш, хеҙмәт һөҙөмтәләре тәү сиратта етәксегә, уның булдыҡлылығына, ойоштороу һәләтенә бәйле. Шуға күрә тәүге һөйләшеүҙе “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире, Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы рәйесе, хәрби хәбәрсе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Вәдүт ИСХАҠОВ менән ойошторорға ҡарар иттек. Бының өсөн матур сәбәп тә бар: Вәдүт Ғәйфулла улы ошо көндәрҙә күркәм ғүмер байрамын билдәләй.
– Әйҙәгеҙ, һөйләшеүҙе исемегеҙҙән башлайыҡ. Һирәк осраған, үҙенсәлекле исем ҡушҡандар һеҙгә. Ул нимәне аңлата? Уны кем һайлаған?
– Ысынлап та шулай. Мин өләсәйемдең иң яратҡан ейәне булғанмын. Ул 85 йәшкәсә йәшәне. Ул мәрхүм булғанда миңә дүрт кенә йәш булған, әммә уны яҡшы хәтерләйем. “Вәдүт” тигән исемде лә өләсәйем һайлаған. “Исемең нимә аңлата?” тип йыш һорағандары бар. Бала саҡта ул миңә бөтөнләй оҡшамай ине. Етмәһә, беҙҙең ауылда уны “в” менән түгел, “ү” менән “Үәдүт” тип әйтә торғайнылар. Бер туған ҡустым – Урал, апайым – Динара. Ни эшләп миңә шундай боронғо, бабайҙарса исем ҡушҡандар икән, тип уйлай инем. Баҡтиһәң, бының үҙенә күрә тарихы булған икән.
Өләсәйемдең яратып ҡына үҫтергән Вәдүт исемле улы 12 генә йәшендә фажиғәле вафат булып ҡала. Шул тиклем моңло бала була ул, боронғо йырҙарҙы яратып башҡара. Өләсәйем бына шул улының исемен миңә ҡуша, шуға ла айырым бер һөйөү менән ҡарағандыр инде. Уның күңел йылыһын әле лә тоям төҫлө. Әммә, әйткәнемсә, бала саҡта, үҫмер йылдарында исемем оҡшамай ине. Паспорт алғанда алмаштырырға тигән уйым да булды, әммә атайым рөхсәт итмәне.
БДУ-ға уҡырға ингәс, рус теле уҡытыусыһы Әнисә Рауил ҡыҙы Зайцева: “Исемең нимә аңлата?”, – тип һораны. “Белмәйем”, – тигәс, киләһе дәрескә белеп килергә ҡушты. Шулай итеп, исемемдең “яратыусы” тигән мәғәнәне аңлатыуын һәм Аллаһ Тәғәләнең 99 исеменең береһе икәнен белдем. Ошонан һәм өләсәйемә бәйле тарихты ишеткәндән һуң ҡарашым үҙгәрҙе. Хәҙер исемемде ҡыуанып та, ғорурланып та йөрөтәм, өләсәйемдән ҡалған матур ҡомартҡы тип ҡабул итәм.
– Ә бала саҡта ниндәй малай булдығыҙ?
– Нисек тип әйтәйем икән? Бөтә малайҙарға хас холоҡло бала булғанмындыр: мәктәп йылдарында бер ваҡытта ла “отличник” булманым, уртаса уҡыным, эш боҙоп йөрөгәндәр рәтендә лә түгел инем. Өлкән кластарҙа аңлы рәүештә уҡыуға иғтибарҙы арттырҙым, ул замандағыса әйткәндә, һәр ваҡыт ныҡлы “ударниктар” рәтендә йөрөнөм.
Атай-әсәйем – ябай хеҙмәт кешеләре, әммә эске булмыштары менән ныҡ бай, ауылдаштар араһында хөрмәт ҡаҙанған кешеләр булды. Атайым Ғәйфулла иртә генә атайһыҙ ҡалып, әсәй тәрбиәһендә үҫә. Ныҡ бала йәнле кеше булды, иртәнсәк арҡамдан һөйөп кенә уята торғайны. Икеһе лә йыр-моңға әүәҫ инеләр. Әсәйем әле лә бик матур йырлай, ауылда үткән сараларҙа ихлас ҡатнаша. Ул Флүрә исемле. Аллаға шөкөр, бөгөн тыуған ауылымда төп нигеҙҙең ҡотон, утын һаҡлап йәшәй. Сығышы менән Уразбайға күрше ятҡан Этҡол ауылынан, ныҡлы, көслө нәҫелдән. Әсәйемдең атаһы – Әбдрафиҡ олатайым диндар кеше ине. Бер туған абзыйы Фәрит бабайым Этҡол ауылында имам-хатип булды, шунда мәсет һалдырҙы. Бөгөн әсәйем дә изге дин юлында. Ҡарт олатай-өләсәйем мөғәллим һәм абыстай булған.
– Ауыл егеттәре күп осраҡта техникаға тартылыусан. Бала саҡтан матайға атланалар, унан инде – трактор, машина. Ә һеҙ филология факультетын һайлағанһығыҙ. Был нисегерәк булды?
– Һөнәр һайлау – үҙе бер айырым тема инде ул. Бала саҡта, үҫмерлек осоронда кем генә булғы килмәй?! Минең менән дә тап шулай булды. Әле лә ҡайһы берҙә, һөнәрҙе дөрөҫ һайланыммы икән, тип уйланып алғаным бар.
Бәләкәй саҡтан техника менән мауыҡтым. 3-сө класта уҡығанымда “Рига-16” тигән ике мопедым бар ине инде. Әсәйем яҡлап ике туған абзыйҙарымдан ҡалған монаят ине улар. Шешәлә бензин алып килеп, мопедта йөрөр өсөн иптәштәрем сиратҡа баҫа. Шулай итеп, ауыл урамдарын бер итеп елә торғайныҡ. Олораҡ инәйҙәр һуҡранып, сыбыҡ болғап ҡалыр ине (көлә – автор). 7-се класта “Минск” мотоциклы барлыҡҡа килде, 9-сыға еткәс, тағы яңы матай һатып алдым.
Үҫмер саҡта телевизор йүнәтергә оҫтарып алдым, “Инженер” тигән ҡушаматым була торғайны. Сабир исемле өс туған абзыйым ошо һөнәр эйәһе ине, шуға ҡарап, гел “телемастер булам” тип үҫтем. Ғөмүмән, мәктәп йылдарында мауығыуҙарым күп булды. Бер мәл фото төшөрөүгә ылығып киттем. Айырыуса фотоһүрәттәрҙе эшләү процесы ныҡ ҡыҙыҡ тойола торғайны. 8-се класс тирәһендә хәрби булыу хыялы барлыҡҡа килде. Үҙемде төрлө яҡлап әҙерләү өсөн спортҡа ылыҡтым.
Был мәлдә әсәйем клуб мөдире булып эшләй ине. Танауға аҙыраҡ еҫ ингәс, мин дә клубҡа йөрөй башланым. Әсәйем клубты асыу, ябыу, йәштәргә дискотека үткәреү эшен тулыһынса ышанып тапшырып ҡуйҙы. 3-сө класта уҡығанымда, Баймаҡҡа туйға барған атайым менән әсәйем гармун һатып алып ҡайтҡайны. Ярайһы уҡ тиҙ өйрәндем, һәр хәлдә ауыл йәштәрен бейетә торғайным. Шул осорҙа сәнғәт юлынан китергәме икән, тип уйландым. Был ниәтемдән атайым һүрелдерҙе, “Улым, әртис булмаясаҡһың”, – тип ныҡлы ғына әйтте.
Мәктәпте тамамлаған мәлдә медицина өлкәһен һайлау уйы ла бар ине, әммә яҙмыш мине Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы факультетына алып килде. Бында уҡытыусым Ғәбдрәхим Арыҫлановтың йоғонтоһо ҙур булғандыр тим, сөнки башҡорт әҙәбиәтенә һөйөүҙе тап ул тәрбиәләне. Мостай Кәрим, Зәйнәб Биишева, Динис Бүләков, Яныбай Хамматов һәм башҡа яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен мөкиббән китеп уҡый торғайныҡ. Икенсенән, мәктәптә стена гәзитенең мөхәррире булдым. Ошолар мине филологияға, гәзит эшенә алып килгәндер, тип уйлайым.
– Филология факультетында уҡығандар йә шиғыр яҙа, йә “Ирәндек” ансамблендә бейей ине. Һеҙҙең ундай мауығыуҙар булманымы?
– Курсташыма эйәреп, “Шоңҡар” түңәрәгенә барҙым. Шиғыр яҙып алып килергә ҡуштылар. Бер аҙна самаһы маташтым, әммә килеп сыҡманы (көлә – автор). Йыр-моң яратыуымды алдараҡ та әйтеп үттем, шуға күрә БДУ-ла уҡыған йылдарҙа иптәш егеттәр, айырыуса Рәмзит Әбүләйев һәм Фирүз Иҫәнбаев менән 1-се ятаҡты гөрләтеп дискотекалар үткәрә торғайныҡ. 2-се курста уҡығанда Риза Мәһәҙиев (мәрхүм) сәнғәт институтына күсергә ныҡ өгөтләп тә йөрөнө.
– Артабан...
– 1993 йылда Ишембай 2-се Республика башҡорт гимназия-интернатында эш башланым. Гәрәй Нурғәле улы Өмөтбаев директор ине. Унан инде Гөлназ Ғафир ҡыҙы Әхмәҙиева ҡулы аҫтында эшләнем. Коллегам Гөлнур Шамил ҡыҙы Аҙнабаева тәүге көндән үк үҙ ҡанаты аҫтына алды, тап уны остазым тип әйтә алам. Шулай итеп, тап ошо кешеләр кисәге сей студенттан уҡытыусы яһаны. Әлбиттә, башҡа коллегаларымдың да ярҙамын, хәстәрен тойҙом, бөтәһенә лә ихлас күңелдән рәхмәт әйткем килә.
Әлбиттә, “уҡытыусылыҡ минекеме икән?” тип икеләнгән саҡтар ҙа булды. Миңә “Тормош һабаҡтары” тигән предметты ла бирҙеләр. Бер мәл ошо дәреслектең авторы Мәрйәм апай Бураҡаева килде. Ул дәресемде ҡарағас, шул тиклем ныҡ итеп маҡтаны, “Ҡустым, һинән уҡытыусы сыға!” – тип арҡамдан һөйөп алды. Уның ошо баһаһы ныҡ дәртләндерҙе, үҙемә ышаныс өҫтәне. Шул ваҡытта уҡ Халыҡ уҡытыусыһы булған икән ул!
Мәктәптә эшләү күп нәмә бирҙе. Беренсе йылда уҡ профком рәйесе итеп һайлап ҡуйҙылар. Тап ошо осорҙа йәмәғәт эшенә ылыҡтым, төрлө сараларҙа алып барыусы булараҡ сығыш яһай башланым. 1995 йылда Ишембай буйынса “Йыл уҡытыусыһы” конкурсында еңеү яуланым, 1998 йылда “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” республика бәйгеһенең финалына сығып, лауреат исеменә лайыҡ булдым.
1999 йылда Ишембай ҡалаһындағы уҡыу-производство комбинатына директор итеп тәғәйенләнеләр, ләкин унда оҙаҡ эшләргә тура килмәне, киләһе йылына “Башҡортостан” гәзитенең үҙ хәбәрсеһе булып киттем. Әлбиттә, бындай ҡарарҙы ҡабул итеүемә күптәр ғәжәпләнде, әммә яңы һөнәрем оҡшай ине һәм насар эшләнем тип уйламайым. Шәп мәҡәләләр яҙған журналист булдым тип әйтә алмайым, уның ҡарауы үҙем яуаплы төбәктәрҙә матбуғатҡа яҙылыуҙы ойоштороу, реклама табыу йәһәтенән йөҙөп йөрөп эшләнем. Мәҫәлән, шул осорҙа Ишембай буйынса тираж – 2500, Стәрлетамаҡта – 2000, Салауат ҡалаһында 1300 данаға етте. Шулай итеп, алты йыл үҙ хәбәрсе булдым. Ошо осорҙа Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында уҡыным.
– Үҙ хәбәрсенән башланған юл һеҙҙе тулыһынса журналистикаға алып килде инде, тимәк?
– Эйе, шулай булып сыға. Ишембай районының “Торатау” гәзитенең баш мөхәррире, нәшриәт үҙәге етәксеһе булып эшләгән осорҙо ла айырым йылылыҡ менән иҫкә алам. Ул йылдарҙа гәзиттең тиражы 4 мең данаға етте. Бер үк мәлдә Ишембай башҡорттары ҡоролтайы рәйесе вазифаһын ышанып тапшырҙылар. Был йүнәлештә башҡорт көрәшен үҫтереү буйынса башҡарған эштәрҙе билдәләп үтә алам. Билдәле көрәшсе Нурулла Хисмәтуллин, данлыҡлы Харис Йосоповтың улы Марсель Йосопов менән ҙур-ҙур турнирҙар үткәрҙек, мәктәптәрҙә секциялар асып, тренерҙарҙы эшкә йәлеп иттек.
– Һеҙ үҙегеҙ ҙә көрәшсеме?
– Мин көрәшсе түгел, әммә милли көрәште яратам. Спортҡа килгәндә, гер күтәреү буйынса Ишембай районы чемпионымын. Һуңғы йылдарҙа үҙем өсөн генә спорт менән шөғөлләнәм, тренажер залына даими йөрөйөм.
– Шөғөлдәр, хобби тураһында һүҙ башлағас, һунарсылыҡҡа ла туҡталайыҡ. Был мауығыу ҙа нәҫелдәнме?
– Эйе, Хәсән олатайым да, атайым да һунарсы, урмансы булды. Олатайымдың бер барғанда дүрт һеләүһен алып ҡайтыуын һөйләй торғайнылар. Бала саҡта ауылдаштарҙың: “Хәсән ҡарт арҡаһында һуғыш йылдарында аслыҡҡа бирешмәнек”, – тип һөйләгәне иҫтә, сөнки ул һунарҙа алған табышын ауылдаштарына ла бүлгән. Атайым да урманды, тәбиғәтте ныҡ яратты. Ошо һөйөү һәм мауығыу миңә лә бирелгәндер, тием. Ҡала ығы-зығыһынан арыһам, күңел шунда уҡ тәбиғәткә тартыла.
– Әңгәмәбеҙҙе тағы эш юҫығына борайыҡ. Бөгөн һеҙ – “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире. Тормошоғоҙҙоң был боролошон нисек ҡабул иттегеҙ?
– Дөрөҫөн әйткәндә, үҙем дә аңламай ҡалдым. Бик ҡапыл килеп сыҡты ул. Әммә кеше һәр ваҡыт яңылыҡҡа ынтылырға, үҙен төрлө яҡлап һынап ҡарарға тейеш, тигән фекерҙәмен.
“Башҡортостан”ға баш мөхәррир итеп тәғәйенләгән саҡта ҡуйылған бурыстарҙың береһе интернетта сифатлы башҡорт контенты булдырыу, милли матбуғатты заманса алымдарҙа киңерәк танытыу юҫығында билдәләнде. Иҫләйем: тәүге йылдарҙа “Башҡортостан”дың социаль селтәрҙәге төркөмөндәге ҡатнашыусыларҙы 35 меңгә еткереү хаҡында һүҙ булды. Шөкөр, бөгөн беҙҙе интернетта беләләр, таныйҙар, юғары рейтингтар биләйбеҙ. “Бәйләнештә”ге төркөмөбөҙҙә генә лә 250 меңдән ашыу дуҫыбыҙ бар. Был – башҡорт төркөмдәре араһында иң юғары күрһәткес. Шул уҡ ваҡытта баҫма матбуғатты һаҡлап ҡалыу, халыҡҡа дөрөҫ, тикшерелгән мәғлүмәт еткереү, уҡымлы гәзит сығарыу ҙа мөһим бурыстар рәтендә ҡала. “Башҡортостан”да элек-электән билдәле, көслө, тарихи шәхестәр баш мөхәррир булып эшләгән. Килгән саҡта, уларҙың эшен лайыҡлы дауам итеү, улар тоҡандырған шәмде һүндермәү, йәғни республиканың төп милли баҫмаһының бәҫен һәм баһаһын һаҡлап ҡалыуҙы үҙемә бурыс итеп ҡуйҙым.
Коллективҡа килгәндә, рәхмәттән башҡа һүҙем юҡ. Көслө, егәрле кешеләр эшләй “Башҡортостан”да. Ғөмүмән, ҡайҙа ғына эшләһәм дә, коллективтан, кешеләрҙән уңдым. Ә етәксе булараҡ, һәр ваҡыт ошо ҡағиҙәгә таяндым: кеше иртәнсәк ҡыуанып эшкә килергә, кискеһен ашҡынып ғаиләһенә ҡайтырға тейеш.
– Бер үк мәлдә арыу уҡ йылдар Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе вазифаһын да башҡарып киләһегеҙ. Ике йөктө бер ыңғай тартыу бер-береһенә ҡамасауламаймы?
– Ниндәйҙер кимәлдә, бәлки, ҡамасаулайҙыр ҙа, икенсе яҡтан, күпмелер дәрәжәлә бер-береһен тулыландыра ла. Башҡортостан Журналистар союзы, “Башҡортостан” гәзите кеүек, элек-электән көслө ҡулдарҙа булған. Әлеге ваҡытта ул 1800 самаһы ағзаны берләштерә. Бөтә күрһәткестәр буйынса эш һөҙөмтәләрен алып ҡарағанда, беҙҙең союз ил буйынса өсөнсө урында килә. Йыл һайын 86 субъекттағы һөнәри берләшмә араһынан иң яҡшы 20 союз билдәләнә, беҙ шул исемлектән төшөп ҡалғаныбыҙ юҡ.
Уңыштар нигеҙендә республика етәкселеге яғынан күрһәтелгән ҙур иғтибар һәм хәстәрлек, шул уҡ ваҡытта берҙәм хеҙмәт һәм тырышлыҡ ята. Тәүге медиайыйын барышында төбәк Башлығы Радий Хәбиров беҙҙе борсоған мәсьәләләрҙе шәхсән тыңлап, мөмкин булғанса ярҙам вәғәҙә итте. Медиафорумды йыл һайын үткәреп киләбеҙ һәм Радий Фәрит улы уларҙа һәр ваҡыт ҡатнаша. Һөҙөмтәләргә килгәндә, иң тостарына ғына туҡталып үтәм. Мәҫәлән, журналистарға бирелгән Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияның күләме 100 меңдән 500 мең һумғаса еткерелде. “Дөрөҫлөк. Яуаплылыҡ. Ҡаһарманлыҡ” тигән 300 мең һумлыҡ 20 премия булдырылды. Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып “Хәрби хәбәрсе” статусы хаҡында закон ҡабул ителеүе лә ҙур ҡаҙаныш.
Башҡа төрлө эштәргә килгәндә, ижади конкурстарҙы, спорт ярыштарын даими үткәрәбеҙ, йәғни республика журналистарына үҙ-ара аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу өсөн шарттар булдырырға тырышабыҙ.
– Хәрби хәбәрселәр тураһында һүҙ сыҡҡас, ошо темаға ла туҡталып үтәйек әле. Республиканың бер төркөм журналисы рәтендә һеҙ ҙә тәүгеләрҙән булып “Хәрби хәбәрсе” танытмаһына эйә булдығыҙ. Күп тапҡырҙар махсус хәрби операция биләмәһенә командировкалар ойошторҙоғоҙ. Ә иң тәүге сәфәргә ниндәйерәк уй-ниәт, маҡсат менән юлға сыҡҡайнығыҙ?
– Барыбыҙ ҙа яҡшы беләбеҙ: һуғыш юғалтыуҙарһыҙ булмай. МХО-ға юлланған егеттәр, яҡташтар араһынан кемдеңдер һәләк булыуы тураһындағы хәбәр һәр ваҡыт йөрәкте өтөп ала. Шундай саҡтарҙа “Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн беҙ нимә эшләй алабыҙ? Журналистар ҙа ниҙер эшләргә тейеш бит”, – тип уйлай торғайным. Республика етәкселеге менән килешеп, Мәскәү аша аккредитация алып, 2023 йылдың 14 июнендә туғыҙ кешенән торған тәүге журналистар төркөмө юлға сыҡтыҡ. Белеүегеҙсә, был дата – Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре көнө. Маҡсатыбыҙ яугирҙәрҙең көнитмеше менән танышыу, улар хаҡында яҙыу ғына түгел, бында ҡайтҡас, халыҡҡа һөйләү ҙә ине. Юлдашым Мөнир Ҡунафин ошо сәфәр нигеҙендә “Ҡыҙарып сейә бешкән мәл ине...” тигән юлъяҙма яҙҙы. Ул тулыһынса беҙҙең “Башҡортостан” гәзитендә баҫылды, һуңынан айырым китап булып та сыҡты.
Артабан инде бындай сәфәрҙәр нисектер яйға һалынды. Тәүгеләрен ойоштороуға ул саҡта “Ун өсөнсө” позывнойы аҫтында үҙе лә МХО-ла хеҙмәт иткән Азат Бадранов ҙур ярҙам күрһәтте. Ошо өс йыл эсендә бихисап коллегаларым менән бергә йөҙҙәрсә, меңдәрсә саҡрым юл үтергә, яугирҙәр менән осрашырға, гуманитар ярҙам алып барырға, блиндаждарҙа, полигондарҙа, госпиталдәрҙә булырға, интервьюлар алырға тура килде. Коллегаларымдан Мөнир Ҡунафин, Артур Дәүләтбәков, Лариса Абдуллина, Миләүшә Ҡаһарманова, Эдуард Ҡусҡарбәков, Азат Саҙрыев, Айнур Кәбиров һәм башҡалар үҙ күҙҙәре менән күргәндәрен, йөрәге аша үткәргән кисерештәрен мәҡәләләр, һүрәтләмәләр, хатта китаптар итеп сығарҙы.
– Ә яугирҙәр үҙҙәре бындай сәфәрҙәргә ниндәй ҡарашта?
– Тел төбөңдө аңланым. Эйе, бер-ике тапҡыр барғандан һуң, “Былай йыш барыу кәрәкме икән? Беҙ уларға ҡамасаулап йөрөмәйбеҙме?” тигән уйҙар тыуа башланы. Ошо хаҡта яугирҙәрҙең, командирҙарҙың үҙҙәренән дә һораным. “Юҡ, улай тип уйламағыҙ ҙа. Һеҙҙең һәр килеүегеҙ – беҙҙең өсөн үҙе бер ваҡиға, тыуған яҡ менән бәйләнеш сағылышы”, – тиҙәр. Алла бирһә, һуғыш бөтөр, был ваҡиға тарихта ҡалыр, ә бит шул тарихты дөрөҫ итеп яҙып ҡалдырыусылар ҙа кәрәк. Яугирҙәр ҙә беҙгә тап ошо хаҡта әйтә. Шуға күрә башҡарған эшебеҙ кәрәкле һәм мөһим тип һанайым.
– Баш мөхәррир һәм Журналистар союзы рәйесе булараҡ, һеҙҙе нимәләр борсой?
– Борсоған мәсьәләләр күп, әлбиттә. Иң ҙурҙарынан икәүһен билдәләп үтергә теләйем: журналистарҙың эш хаҡы һәм кадрҙар мәсьәләһе. Улар бер-береһенә бәйләнгән. Лайыҡлы эш хаҡы булмайынса, тармаҡҡа йәш кадрҙар килеүе икеле. Шуларға өҫтәп, туған телендә яҙа, ижад итә белгән милли кадрҙарға ҡытлыҡ тыуыу ихтималлығы борсоуға һала. Бөгөн хатта башҡорт ауылдарында ла балалар үҙ-ара күберәк русса аралаша. Башҡорт йәштәренең күбеһе русса фекерләй.
– Ә үҙегеҙҙең ғаиләгеҙҙә нисек? Улдарығыҙ башҡортса беләме? Ғөмүмән, ғаиләгеҙ менән дә яҡынданыраҡ таныштырып үтегеҙ әле.
– Кәләшем Гөлназ менән БДУ-ла, бер факультетта уҡыныҡ. Ул һайлаған һөнәренә тоғро ҡалып, бөгөнгәсә рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Улдарыма килгәндә, эйе, уларҙы милли рухта тәрбиәләргә тырыштыҡ. Башҡаса булыуы мөмкин дә түгел. Башҡортса беләләр, башҡорт сәнғәтен, мәҙәниәтен үҙ итәләр, бәләкәйҙән йыр-моңға тартылып үҫтеләр. Ике улым да өйләнгән. Ләйлә исемле бер ейәнсәребеҙ бар. Ҡәҙимге, ғәҙәти донъяуи мәшәҡәттәр менән, үҙ-ара аралашып, бергә-бергә йәшәйбеҙ.
Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА әңгәмәләште.
Фотолар: В. Исхаҡовтың һәм “Башҡортостан” гәзитенең фотоархивынан.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!