Йәмғиәт
30 Апрель , 12:05

#БЕҘБЕРГӘ социаль проекттар конкурсында ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә башланы

#БЕҘБЕРГӘ халыҡ-ара премияһының алтынсы миҙгеленә ғаризалар ҡабул ителә. 

Был — илдә Рәсәй Президенты ярҙамында үткәрелгән төп социаль проекттар конкурсы. Уның төп маҡсаты — Рәсәйҙә лә, сит илдәрҙә лә кешеләргә ярҙам итеүгә һәм йәшәү сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән ижтимағи әһәмиәтле башланғыс лидерҙарын билдәләү һәм уларға ярҙам итеү.

Премия «Росмолодежь» булдырған, ә ойоштороусыһы - "Добро.рф" ирекмәндәр үҙәктәре һәм йәмәғәт берекмәләре ассоциацияһы. Ойоштороу комитетын Президент Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Сергей Кириенко һәм вице-премьер Татьяна Голикова етәкләй. Еңеүселәргә награданы һуңғы ун йыл дауамында Владимир Путин үҙе тапшыра.

Конкурста 14 йәштән өлкән граждандар, коммерцияға ҡарамаған һәм хәйриә ойошмалары, коммерция компаниялары, журналистар һәм социаль проекттарҙы тормошҡа ашырыусы башҡа медиа вәкилдәре ҡатнаша ала. 2024 йылдан шулай уҡ РФ субъекттары һәм ирекмәнлек, хәйриә һәм гражданлыҡ башланғыстары программаларын үҫтергән муниципаль берәмектәр ҡатнаша ала.

2026 йылда дүрт төп категория билдәләнә: «Шәхес», «НКО һәм проекттар», «Компаниялар» һәм «Территория». Конкурс бер нисә этапта үтә. Ғаризаны 18 марттан 24 майға тиклем тапшырырға мөмкин. Артабан 4 майҙан 7 июнгә тиклем техник экспертиза планлаштырылған. Төбәк этабы - 15 июндән 12 июлгә тиклем, ярымфинал - 27 июлдән 30 авгусҡа тиклем, ә финал 21 сентябрҙән 25 октябргә тиклем үтә. Лауреаттарҙы тантаналы иғлан итеү һәм наградалар тапшырыу 2026 йылдың декабрендә #БЕҘБЕРГӘ халыҡ-ара граждандар ҡатнашлығы форумы сиктәрендә үтәсәк.

Төп этаптарҙың береһе булып техник тикшереү уҙған һәм төбәк кимәленә үткән ғаризаларға эксперт баһаһы тора. Ул 15 июндән 12 июлгә тиклем «Добро.рф» платформаһында ситтән тороп үткәрелә. Һәр ғаризаны өс эксперт баһалай: социаль проекттар өлкәһендә ике федераль белгес һәм бер төбәк эксперты (РФ субъектының Йәмәғәт палатаһы вәкилен йәлеп итеү тәҡдим ителә).

Төбәк этабы йомғаҡтары буйынса Рәсәйҙең һәр субъектынан «Йыл ирекмәне», «Йыл остазы» һәм «Коммерцияға ҡарамаған ойошма лидеры» номинацияларында еңеүселәр, шулай уҡ «Коммерцияға ҡарамаған ойошма һәм проекттар», «Компаниялар» категорияларында һәм «Территория» категорияһында «Муниципаль берәмектәр һәм моноҡалалар» номинацияһында еңеүселәр билдәләнә. «НКО лидеры» номинацияһына кандидаттар 2021-2025 йылдар премияһы финалсылары һәм 2017 йылдан башлап Президент гранттары фонды проекттарының «ТОП-100» рейтингында ҡатнашыусылар иҫәбенән төҙөлә. Төбәк этабында еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы РФ субъектының юғары вазифалы кешеһе ҡатнашлығында үткәрелә.

 

Сығанаҡ: https://mgazeta.com/news/novosti/2026-04-30/startoval-priem-zayavok-na-uchastie-v-konkurse-sotsialnyh-proektov-myvmeste-4671586

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас